+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
11 Ноябрь 2019, 20:25

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр. Боҙҙоғоҙ!

Яҙыусылар союзында Мостай Кәримде көтәбеҙ. Ултырышты ул асырға тейеш. Берәй бәләгә осранымы икән, тип хафаланабыҙ. Ниһайәт, күрәбеҙ: коридорҙың арғы башынан Мостай аға йән-фарманға ашыға. Килеп етте лә, йыш-йыш тын алып: – Ну, егеттәр, боҙҙоғоҙ мине! – тине. – Нисек? – тибеҙ аптырашып.

– Герой исеме биреп, вәт! Йә, әйтегеҙ, мин элек һуңлай инемме? Юҡ!..

Хикмәт шунда икән: кешеләр, аҙым һайын тиерлек туҡтатып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме менән ҡотлаған. Улар менән һөйләшмәйенсә уҙып китә алмаған.


Рәсих ХАННАНОВ.
Читайте нас: