+15 °С
Облачно
Мәҙәктәр
11 Ноября 2019, 14:00
Әҙиптәр һәм мәҙәктәр. Кәңәш.
Кәңәш Бер яҙыусы ял йортонда Мостай Кәрим менән бергә ял итә. Бер көн ул Мостай Кәрим эргәһенә килеп: – Һинең ялың ял түгел, күп яҙаһың, мейеңде һүндерә белмәйһең, – тип кәңәш бирмәксе була. Мостай Кәрим уға ҡарап тора ла:
– Ә һин мейеңде ҡабыҙа белмәйһең, – ти.
Ҡайҙа яҡшы?
Мостай Кәрим Ҡытайҙа йөрөй икән. Халыҡ менән осрашҡанда, берәү һорай:
– Әйтегеҙ әле, тормош һеҙҙә яҡшымы, әллә Америкаламы?
– Америкала тормош яҡшы, беҙҙә власть яҡшы... – тип яуаплай Мостай Кәрим.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"