Ул үҙенең юбилей кисәһен ҙурлап үткәреүгә өмөт бағлап йөрөгәнлектән, төрлө ойошмаларҙан, уҡыусыларҙан ҡайнар ҡотлау һүҙҙәре ишетеүгә, орден уҡ булмаһа ла, республика хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһын, берәй оло залдағы әҙәби кисәлә шәлкем-шәлкем сәскәләр алыуға иҫәп тотоп, тәмле-татлы хыялдарға бата. Тик Яҙыусылар ойошмаһының ул саҡтағы рәйесе Мостай Кәрим генә, нишләптер, бер нәмә лә өндәшмәй.
– Миңә тиҙҙән 50 йәш тула бит, Мостафа Сафич, нишләргә икән? – тип әүәлге һорауын ҡабатлай Бәндәүир.
– Илле тулғас, нишләйһең ти инде, – тип йылмая Мостай Кәрим, – бик матур итеп илле бер йәш менән китерһең!