-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
11 Ноябрь 2019, 16:54

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр. Штраф.

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр ШТРАФ Дағстандың бөйөк шағиры Рәсүл Ғамзатов Мостай Кәрим менән яҡындан дуҫ була. Бер мәл Кавказ әҙибе үҙенең башҡорт дуҫына ҡунаҡҡа килә. Тантаналар үткәс, Мостай Кәрим Рәсүл Ғамзатовты үҙенең баҡсаһына саҡыра. Уларға Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбай ҙа килеп ҡушыла. Ҡаланы сыҡҡас Ғамзатов:

– Мостай, – ти, – һин бит юбиляр, ә юбиляр ял итергә тейеш, төш рулдән, үҙем ултырам!

Әҙиптәр йылмайышалар ҙа урындарын алмашып ултыралар. Әммә бер аҙ барғас, уларҙы автоинспектор туҡтата. Рәсүл Ғамзатов руль артынан сыға ла руссалап:

– Хөрмәтле лейтенант! – ти, – мин юл ҡағиҙәләрен боҙа белмәйем бит, ниңә туҡтаттың инде?

Ә автоинспектор ҡаты тора:

- Боҙҙоң шул, боҙҙоң, – ти, – тиҙлекте сикләгән юл ҡағиҙәләрен күрмәнеңме ни? Давай штраф!

– Штраф?– тип ҡабатлап һорай ҡунаҡ.

– Эйе, штраф!

Рәсүл Ғамзатов йылмая ла:

– Наливай!* – ти.

Автоинспекторға юмор оҡшай төшә. Был мәлдә кабинанан Мостай Кәрим менән Рауил Бикбай ҙа килеп сыға. Машина ҡуҙғалып китә. Еңенә “ГАИ” тип яҙылған өлкән лейтенант честь бирә лә йылмайып тороп ҡала.


Кәбир АҠБАШ.

* Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу һаулыҡ өсөн зарарлы, тип иҫкәртә "Һәнәк" журналы редакцияһы. Иң яҡшыһы - буҙа эсеү!
Читайте нас: