Аҫылғужа Баһуманов «Китап» нәшриәте директоры булып эшләп алды. Директор булыуының икенсе көнөнә бының подъезд төбөнә иҫке генә ҡара «Волга» килеп туҡтай.
Был килеп сыға ла иҫке ҡуян бүреген шоферына ырғыта:
Ул арала әйберҙәрен күтәреп ҡатыны, балалары килеп сыға. Өсөһө лә алғы ишеккә ынтыла:
– Тормошта үҙ урынығыҙҙы белеп ултырығыҙ! – Директор алға ултыра.
– А где это Баймаҡ, Муллаҡай?
– Дорогой, ты отныне должен знать – где Баймаҡ, где Муллаҡай! – Ҡулын алға һуҙа.
Подъездан Сафуан Әлибаев килеп сыға.
– Аҫылғужа, ҡайҙа киттең?
Кәйефе шәп саҡта әйтә торған һүҙ.
Иҫке машина шалтырап урынынан ҡуҙғала.
Мин Сибайға барғас, ҡунаҡхана ҡиммәт тип, Островский урамындағы бер ятаҡҡа урынлаштырҙылар. Кис, ашханала ашаланып, сәйханала сәйләнеп алғас, Аҫылғужа, Сибайҙы белмәйһеңдер тип, оҙатып ҡуйырға булды, үҙе икенсе йыл Сибай Яҙыусылар ойошмаһының яуапһыҙ секретары булып эшләй.
Беҙ Островский урамын таба алмай сәғәт ярым яфаландыҡ. Ҡала бик ҙур, әҙерәк атлаһаң, осона киләһең лә сығаһың. Аҫылғужа ҡаланы проектлаусыларҙы әрләй:
– Һәүректәр, ҡулдарынан килмәгәнгә, шулай төҙөйҙәрме ни!
– Островский урамы анау яҡта. – Кире яҡты күрһәттеләр.
Әммә, был, Аҫылғужа әйтмешләй, «ҡороғор урам» унда ла булмай сыҡты:
– Һәүректәр. Ошонда йәшәп, ҡалаларын да белмәйҙәр. Әйҙә, Өфөгә Наил Ғәйетбаевҡа шылтыратабыҙ, ул Сибайҙы яҡшы белә.
Әммә телефон станцияһы төнгөһөн эшләмәй булып сыҡты.
– Ярар, бушҡа ҡаңғырмайыҡ, ағай, әйҙә, миңә генә бар ҙа йоҡла.
Киттек. Әммә ул үҙ йортон таба алмай ҡаңғырҙы. «Әллә күсереп алғандар инде?» – ти. Ахырҙа:
– Ярар, бушҡа ҡаңғырмайыҡ, вокзалға барайыҡ та йоҡлайыҡ. Ярты төнгә бесәй тиреһе лә сыҙаған.
Әммә вокзал да бикле булып сыҡты. Аҫылғужа, ҡарана торғас, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Һай, беҙ һәүкәштәр! Ана бит беҙҙең йорт. Мин вокзалдан ҡайта беләм!
Аҫылғужа берҙән-бер повесть яҙҙы. «Презентация» тигән нәмәнең яңы сыҡҡан ваҡыты, ул бөтә Урал аръяғында китабына шуны үткәреп йөрөнө. Ниһайәт, Сибайҙа йыйҙы халыҡты. Һорау бирҙеләр:
– Аҫылғужа ағай, әле нимә өҫтөндә эшләйһегеҙ?
– Күрмәйһегеҙме ни, презентация өҫтөндә эшләйем