-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
24 Декабрь 2019, 16:09

Ҡыш әбей

Редакция бүлмәһенә көләссик Юнир Салауатов килеп инде. “Юнир ағай, ни эштәр ҡыйратып йөрөйһөң?” – тип ҡыҙыҡһындыҡ.

Редакция бүлмәһенә көләссик Юнир Салауатов килеп инде. “Юнир ағай, ни эштәр ҡыйратып йөрөйһөң?” – тип ҡыҙыҡһындыҡ.
“Бына, бер ауылда Яңы йыл концерты ҡуйып ҡайттыҡ, – тине ул, мыйығын борғослап. – Клубтан сыҡҡас, бала-сағанан, йә, нисек булды, оҡшанымы, тип һорайым. Әй, тип ҡул һелтәне тегеләр, Ҡыш бабай булманы, Ҡыш әбей йөрөп ята шунда...
Баҡһаң, ауылдарҙа Ҡыш бабай булырлыҡ ирҙәр ҙә юҡ имеш. Кемдәрҙер аҡса артынан ситкә сығып киткән, кемдәрҙер эсеп ята... Шулай булғас, Ҡыш әбейҙәренә көн ҡала инде.
Читайте нас: