+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
20 Ғинуар 2020, 11:04

Рәшит Солтангәрәевтан әҙиптәр тураһында мәҙәктәр.

Рауил БИКБАЕВБынан бер нисә йыл элек Рауил Бикбаевтың сценарийы һәм ҡат­нашлығы менән Рәми Ғарипов тураһында документаль кинофильм төшөрөлдө.Тамашасы фильмды ҡарай ҙа аптырап ҡала: «Бәй, Рәми Ғариповтың һаҡалы булмай торғайны ла баһа?»

БУЛҒАН ХӘЛДӘР
Рауил Бикбаев, Мәскәүгә бар­ғас, бажаһына инеп сығырға була, лифт янына баҫа.
Бында йәш кенә ҡыҙ тора. Рауилға ҡарай ҙа:
– Һеҙ ултырмағыҙ, үҙем генә китәйем?
– Ниңә?
– Ҡурҡам, бәлки, һеҙ Кавказ кешеһелeр.
Әнүәр БИКЧӘНТӘЕВ
70-се йылдар, Красноярск өл­кәһендә Совет әҙәбиәте көндәре бара. Себергә илдең күренекле яҙыусылары йыйылған, уҡыусы­лар менән осрашыуҙар яһайҙар.
Шағирҙарға еңел ундай ва­ҡытта: шиғыр уҡый ҙа ҡотола. Шиғырының ҡайһылай булыуына ҡарамаҫтан, ҡул сабалар, ә про­заиктың хәл ҡатмарлы: хикәйәң­де, романыңды уҡып тороп булмай бит инде, ҡыҫҡа ғына, кү­ңелле хәбәр һөйләргә кәрәк.
Бикчәнтәев һәр урында үҙе уйлап сығарған бер мәҙәкте һөйләй икән: «Когда я уехал из моего родного города Уфы, наши аксакалы сказали: «Анвер, когда будешь выступать, стой на одной ноге, чтобы не утомить людей…»
Аҙна буйы ошо хәбәрҙе һөйләй, көнөнә өс-дүрт урында.
Бер көндө был ни сәбәп менән­дер иптәштәренән тороп ҡала, әҙәби кисә унһыҙ башлана. Ғә­ҙәттәгесә кем шиғырын уҡый, кем хәбәрен һөйләй. Шул саҡ аралағы латыш яҙыусыһы сыға ла һөйләй башлай: «Когда я уехал из моего родного города Риги, наши ак­сакалы сказали…» Ҡыҫҡаһы, тотош ҡына Бикчәнтәев ағайҙың мәҙәген һөйләй ҙә сыға. Бер аҙҙан залға Бикчәнтәев үҙе килеп инә. Шунда уҡ һүҙ бирәләр. Был трибунаға сыға ла һүҙ башлай:
– Когда я уeхал из моего города Уфы…
Зал аптырашта, ә президиумда­ғылар баштарын өҫтәл аҫтына тығып көлә, ә Бикчәнтәев ағай, ну минең мәҙәгемде яраттылар, тип дәртләнеп һөйләй бирә.
Хәлде быға аҙаҡ ҡына аңлата­лар. Ни ҡылһын инде, бер ағара, бер күгәрә лә, башҡа һөйләмәҫ була.
Теге латыш, хәҙер ҙә килеп, беҙҙең ҡайһы бер яҙыусыларҙы аҡылға ултыртып китһә, бик килешер ине.
Динис БҮЛӘКОВ
Динисте һорап Яҙыусылар союзына шылтыраттым. Секретарь ҡыҙ:
– Ди-н –ис ағ-ай, төшкә хәтлем бул-май, төштән һуң була.
Төштән һуң шылтыраттым. Секретарь ҡыҙ:
– Ди-н-ис ағ-ай төшкә тиклем булды, төштән һуң булмай.
Наил ҒӘЙEТБАЕВ
Заманындағы мәҙәниәт министры Салауат Әминев үҙенә урынбаҫар раҫлар алдынан Наил Ғәйетбаевты әңгәмәгә, рәсми телдә әйтелгәнсә, собеседова­ние­ға саҡыра.
– Нисек уйлайһығыҙ, иптәш Ғәйетбаев, культура нимә була ул?
Ғәйетбаев баҫалҡы ғына ҡиә­фәттә министрҙың күҙенә ҡарап:
– Әллә, минеңсә культура – культура була ул. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
–Дөрөҫ, культура – культура була ул! Бар, ҡаршылағы кабинетҡа ин дә эшләй башла. Кстати, һин дә Баймаҡ бит әле.
– Эйe, кстати, мин дә Баймаҡ.
***
– Наил Әсғәтович, ниңә хәҙер пьеса яҙмайһығыҙ?
– Яҙа алғанда яҙҙым бит инде, хәҙер өйрәтәм.
Читайте нас: