Уның һымаҡ кешеләр бик һирәктер. Шулай булмаһа, 60-ты үтеп киткәс, автомобиль руле артына ултырып, Өфө урамдарын айҡап, республиканың һәр район-ҡалаһында булып, халыҡҡа “Тамаша” өләшеп йөрөмәҫ ине.
Ҡайҙа барма, Сөләймән килде, Сөләймән ҡайтып китте, тағы киләсәк, тип ҡыуанып торалар.
Сөләймәнде Америкала ла беләләр, хәлен һорашып торалар. Шулай булһын!