+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
18 Февраль 2020, 13:54

2-се һабаҡ. Сөләймән – беҙҙең дуҫ, ғәфү итер әле.

Уның хаҡында бер нисә серҙе асабыҙ.

Уның хаҡында бер нисә серҙе асабыҙ.
Үткәнендә әйткәйнек, шикелле, Сөләймән дуҫ алтмышты атланғас, водитель таныҡлығы алып, руль артына ултырырға батырсылыҡ итте.
Ошо хаҡта саҡ ҡына ентекләберәк.
Сыҡһам, Сөләймән дуҫ аҡбуҙаты эргәһендә тора.
– Нимә булды, – тип һорайым.
– Күрмәйһеңме ни, – тип, машинаһына ымлай.
Күрәм, ике яҡтан ҡыҫҡандар, ишек асылыр-асылмаҫ ҡына.
– Борсолма, кереп ултыр, – тим. – Анау йоморо нәмәһе руль, тип атала. Уңға борһаң, уңға, һулға борһаң, һулға китә.
– Әтеү, ҡарап тор, – тип, кереп ултырҙы ла, рулгә йәбеште.
– Ҡыйыуыраҡ, ҡыйыуыраҡ, – тип дәртләндерәм уны.
Ҡыйыулығын күрһәтте. Эргәләге “Тойота”ны һыҙыра яҙҙы.
– Туҡта (пип, пип)!
– Үҙең, һулға боролорға булһа, рулде һулға борорға, тинең бит, – ти, миңә асыуланып.
– Артҡа биргәндә, киреһенсә, уңға борһаң, һулға, һулға борһаң, уңға китә.
Көс-хәл менән “Тойота”ны һаҡлап алып ҡалдыҡ.
Сөләймәнгә бер нисә һабаҡ. Өфө ҡалаһы буйлап иң тәүҙә төндә йөрөп өйрән. Машиналар әҙ, юл иркен, гаишниктар йоҡлай, үҙеңә лә, башҡаларға ла йәтеш. Тик аҡбуҙатыңа “пресса” һәм “һаҡ булығыҙ, мин бөгөн юлға сығам” тигән яҙыуҙар элергә онотма.
Читайте нас: