+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
18 Февраль 2020, 18:02

Сөләймән өндәшмәй, әллә уҡымаған, әллә – риза? Уның да моңһоу сағы булыр икән.

Бер көн иртән эшкә килһәк, Сөләймән дуҫ күңелһеҙ генә йөрөп ята. Нимә булды, тип һорашабыҙ. “Сәфәргә йыйынам, – ти, – тыуған яҡҡа, командировкаға”. Әйткәндәй, кисә үк ҡайтырға тейеш булған, икмәк-тоҙ тотоп, Бөрйән сигендә ике көн көткәндәр.

Ниһайәт, тәүәкәлләп, юлға сығырға булған.
– Кәңәштәреңде бир, – ти ул миңә күҙҙәремә ҡарап.
– Ҡыйыу бул, – тинем мин уға. – Юлға сыҡҡас та күҙҙәреңде сытырҙатып йом да, газға баҫ. Кем өлгөрмәй, һин ғәйепле түгел. Сөнки һин – Бөрйәндән. Ә Бөрйән – иң тәүге кешеләрҙең, йәғни, һинең ата-бабаңдың, төйәге. Ана, улар мамонттарға, ҡылыс тешле юлбарыҫтарға атланып, һунар иткәндәр. Мамонттарҙы, дөйәләрҙе ҡырып бөткәндәр, ә беҙ һаман иҫән-һау. Бөрйәнгә ҡайтыу ише генә һынау һинең өсөн күңелле бер мажара ғына. Бөрйәндәргә сәләм әйт!
Дуҫымдың йөҙө асылып, күҙҙәре осҡон сәсте.
– Рәхмәт, дуҫ! – тине һәм ҡосаҡлап алды.
– Үҙеңде һәм ике ҡағиҙәне һаҡла. Беренсеһе – өс “д”, икенсеһе – өс “п”.
– Уныһы нисек була? – ти аптырап.
– Өс “п”-нан башлайым. “Правую помеху пропусти”. Шул осраҡта, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ.
– Ә өс “д” нисек?
– “Дай дорогу дураку”.
– Ҡайһылай шәп әйтелгән! Рәхмәт, дуҫ!
Хәйерле юлдар һеҙгә!
Читайте нас: