+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
6 Ноябрь 2020, 19:10

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ: ҺӘНӘК АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ ТАНЫТМАҺЫҘ ШОФЕР

Иптәшем менән оло юл буйлап китеп барабыҙ, юлыбыҙ оҙон, өйгә ҡайтып еткәнсе 1000 саҡрым самаһы үтәһе бар. Иптәшем арыны, үҙен алыштырыуҙы һораны. Мин, әлбиттә, ризалаштым, сөнки тиҙерәк өйгә ҡайтып еткебеҙ килә. Ләкин бер әтнәкеһе бар: шофер танытмаһы өйҙә тороп ҡалған, үҙем менән паспорт ҡына.

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ:
ҺӘНӘК АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ
ТАНЫТМАҺЫҘ ШОФЕР
Иптәшем менән оло юл буйлап китеп барабыҙ, юлыбыҙ оҙон, өйгә ҡайтып еткәнсе 1000 саҡрым самаһы үтәһе бар. Иптәшем арыны, үҙен алыштырыуҙы һораны. Мин, әлбиттә, ризалаштым, сөнки тиҙерәк өйгә ҡайтып еткебеҙ килә. Ләкин бер әтнәкеһе бар: шофер танытмаһы өйҙә тороп ҡалған, үҙем менән паспорт ҡына.
Үс иткәндәй, беҙҙе ЮХХДИ-ҙың ғәйрәтле хеҙмәткәрҙәре туҡтатты.
– Лейтенант Иванов, һеҙҙең документтар.
Уға паспортты һәм машинаға документтар тотторҙом. Инспектор барыһын да иғтибар менән ҡараны.
– Әйҙәгеҙ автомобилгә, һеҙҙе база буйынса тикшерәбеҙ.
Машинанан сығып, инспектор артынан патруль автомобиленә эйәрҙем. Шунда иң ҡыҙығы башланды ла инде.
– Һеҙҙең, ысынлап та, шофер танытмаһы бармы, ә базала юҡ.
– Әлбиттә, инспектор, имтихандарҙы 2011 йылда тапшырҙым, танытманы бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ алдым.
– Һеҙҙең хатта штрафтарығыҙ ҙа юҡ.
– Нисек булмаһын, бар! Аҡсаһы түләнгән.
Ныҡ уңайһыҙландым, үҙемдең ишәк түгеллегемде нисек иҫбат итергә?
– Нимә эшләйбеҙ? – тип һораны инспектор.
– Протокол төҙөгөҙ, уны йәшәгән урынымда ҡарарҙар, – тим. – Документтарымды алып барырмын, бөттө-китте!
Инспекторҙың яҙырға ялҡауы килгәнлеге йөҙөнә сыҡҡан, әйткәндәй, эҫелек утыҙ градустан артыҡ, ҡыбырлағы ла килмәй.
– Бәлки, танытмағыҙҙың фотоһы барҙыр?
– Юҡ, танытманың номерын белә алам, ҡалаға шылтыратам.
Ризалашты. Шылтыраттым, инспекторға номерҙарҙы әйтеп торҙом.
– Базала һеҙҙең документтар юҡ.
Шунда үҙем дә шикләнә башланым...
– Инспектор, ни эшләйбеҙ инде? Танытмам бар ҙа баһа?!
Инспекторҙың үҙенә лә ҡыҙыҡ булып китте шикелле, дежуркаға шылтыратып, биш минут тирәһе һөйләште.
– Дөйөм базанан һеҙҙең сериялағы бөтә шофер танытмаларының мәғлүмәттәре юғалған, улар базала хәҙер юҡ. Ә һеҙ борсолмағыҙ, бер ниндәй ҡурҡыныс юҡ. Хәйерле юл!
– Элекке штрафтар ҙа юғалғанмы?
– Улар ҙа.
Бына шундай хәлгә тарыным алыҫтан ҡайтып килгәндә.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле мәҙәктәр менән үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡыуандырырға теләһәгеҙ, “Хәнәк” журналына яҙылығыҙ, төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: