+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
16 Февраль 2021, 15:53

ӘСӘЙГӘ ЗВАНИЕНЫ ҮҘЕМ АЛЫП БИРӘМ (тормош күренеше)

– Һин беҙҙең райондың ҡайһы ауылынан ул? – тип һораным, табын күрке булып, йор һүҙе, ихласлығы менән, бөтәбеҙҙе үҙенә ҡаратҡан 25-30 йәштәрҙәге егеттән.Үҙе, йәш булһа ла, килеп, күп белә: теге әҫәрҙе лә уҡыған, был һүҙҙең тамырын да тойомлай, хатта боронғо йырҙарҙы, тарихы менән башҡарып тик ултыра егет. – Мин – Затлы ауылынан, – тине ул.Иҫкә төштө:

ӘСӘЙГӘ ЗВАНИЕНЫ ҮҘЕМ АЛЫП БИРӘМ
(тормош күренеше)
– Һин беҙҙең райондың ҡайһы ауылынан ул? – тип һораным, табын күрке булып, йор һүҙе, ихласлығы менән, бөтәбеҙҙе үҙенә ҡаратҡан 25-30 йәштәрҙәге егеттән.
Үҙе, йәш булһа ла, килеп, күп белә: теге әҫәрҙе лә уҡыған, был һүҙҙең тамырын да тойомлай, хатта боронғо йырҙарҙы, тарихы менән башҡарып тик ултыра егет.
– Мин – Затлы ауылынан, – тине ул.
Иҫкә төштө:
– Затлынан! Хәмиттең, Әнүзәнең ауылдашы, тимәк!
– Эйе, эйе, – тине телдәр табындаш, – Хәмит ағай менән йыш күрешәбеҙ, ул үҙе шул тиклем ярҙамсыл, ихлас, көн тимәй, төн тимәй, килеп етә.
– Мин Хәмит, Әнүзә менән бер бүлектә уҡыным бит, – тип дауам иттем, – ауылдаштарың, икеһе лә Сибайҙағы институттың Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген һайлаған. Шул тиклем шәп уҡынылар. Һинең дә телең телгә йоҡмай, әҙәбиәтте яҡшы беләһең. Һине лә әҙәбиәттән Хәмит менән Әнүзәне уҡытҡан уҡытыусы уҡытҡандыр? – тинем.
Табындаштар тәүҙә – миңә, унан әңгәсемә боролдо.
– Уҡытты шул, – тине егет, мут йылмайып, – ә тағы ул уҡытыусы –минең әсәйем!
– Әсәйеңдең, моғайын, званиелары барҙыр ул?
– Юҡ, таныш-тонош ул тирәлә юҡ. Званиены әсәйгә үҙем бирермен, тип торам.
Барыбыҙ ҙа, егеткә ҡушылып, көлөп ебәрҙек.
Табындан ҡайтҡас, иҫкә төштө: егет ҡайҙа эшләүен аныҡ ҡына әйтмәне. Ҡайҙа эшләһә лә, эшләһен, уның күҙҙәрендә нур уйнай, алыҫҡа китһә лә, юғарыға үрләһә лә, тыуған ояһында алған ҡотто юғалтмаҫ, халҡына, әсәһенә, тыуған яғына тап төшөрмәҫ.
Читайте нас: