-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
23 Февраль 2021, 14:53

ӘРМЕ ХӘТИРӘЛӘРЕ “ҺАЛДАТ КИЛГӘН!”

Иҫ белеүгә дәғүә иткән сағым булғандыр, өләсәйем менән матур, яғымлы, алсаҡ, ҡунаҡсыл күршеһенә – Шаһиҙә әбейгә – хәл белергә индек. “Ә, һалдат килгән бит!” – тип ҡыуанып, ихлас йылмайҙы, арҡамдан һөйҙө күрше өләсәй. “Һалдат килгән!” Ниндәй һалдат булайым, үҙем әле, өлкәндәрҙең шәүләһе хөкөмөндәмен – яҡындарым ҡайҙа барһа, мин улар артынан эйәрәм. Шаһиҙә әбейҙең “һалдат килгән” тигән һүҙе мине бер башҡа үҫтереп, дәрәжәмде күтәреп ебәргәндәй. Әле мин ундай һүҙҙәрҙе лә аңламайым, ә ошо тойғоларҙы кисерәм генә. Һәм шуны беләм: ун һигеҙ йәшем тулһа, мин мотлаҡ армияға барам. Быны миңә атайым да, әсәйем дә, башҡалар ҙа йыш ҡабатлай. Ғаиләлә үк илһөйәрлек рухында тәрбиә алыуым арҡаһындалыр, үҫкәс, хәрби саҡырылыш комиссияһын үткәндә, бәләкәй генә хәйләгә лә юл ҡуйҙым.

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!
ӘРМЕ ХӘТИРӘЛӘРЕ
“ҺАЛДАТ КИЛГӘН!”
Иҫ белеүгә дәғүә иткән сағым булғандыр, өләсәйем менән матур, яғымлы, алсаҡ, ҡунаҡсыл күршеһенә – Шаһиҙә әбейгә – хәл белергә индек. “Ә, һалдат килгән бит!” – тип ҡыуанып, ихлас йылмайҙы, арҡамдан һөйҙө күрше өләсәй.
“Һалдат килгән!” Ниндәй һалдат булайым, үҙем әле, өлкәндәрҙең шәүләһе хөкөмөндәмен – яҡындарым ҡайҙа барһа, мин улар артынан эйәрәм.
Шаһиҙә әбейҙең “һалдат килгән” тигән һүҙе мине бер башҡа үҫтереп, дәрәжәмде күтәреп ебәргәндәй. Әле мин ундай һүҙҙәрҙе лә аңламайым, ә ошо тойғоларҙы кисерәм генә. Һәм шуны беләм: ун һигеҙ йәшем тулһа, мин мотлаҡ армияға барам. Быны миңә атайым да, әсәйем дә, башҡалар ҙа йыш ҡабатлай. Ғаиләлә үк илһөйәрлек рухында тәрбиә алыуым арҡаһындалыр, үҫкәс, хәрби саҡырылыш комиссияһын үткәндә, бәләкәй генә хәйләгә лә юл ҡуйҙым.
“ҺИҢӘ ПОВЕСТКА ЮҠ”
БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған көндәрҙә, ҡайһы бер һабаҡташ дуҫтарҙы хәрби хеҙмәткә оҙатып та өлгөрҙөк. Тик ниңәлер миңә тигән повестка килмәй. Бер иртәлә, йәйәүләп, район үҙәгенә юлландым. Военкоматта минең һымаҡ, бер-икәү күренә, бер егет, “кисектереү”ен оҙайтыу мәшәҡәте менән йөрөй икән.
– Миңә повестка килмәй, – тинем мин, үҙ сиратым еткәс, – бөтөн тиҫтерҙәрем дә саҡырыу алды, бер нисәүһе хеҙмәт итеп тә йөрөй.
– Фамилияң нисек?
– Ишбулатов.
Хеҙмәткәр апай ҡап-ҡап булып ятҡан бер ҡосаҡ “дело”ларҙы берәмләп ҡарап сыҡты ла:
– Һиңә повестка юҡ, көҙгө саҡырылышҡа ҡалаһың, – тине.
– Эх, – тинем мин, күңелем төшөүен йәшермәй, – хәҙер эш ҡараштырырға тура килә, ә хәрби билетым булмағас, кем мине эшкә алһын...
– Көҙгә тиклем эшләп тор, көҙ саҡырыу ебәрербеҙ, – тине хеҙмәткәр, тынысландырған һымаҡ.
Был яңылыҡ күңелде ҡырһа ла, күнергә тура килде.
Ҡайтып та тормаҫтан, үҙебеҙҙең район гәзитенә киттем. Ул саҡтағы баш мөхәррир, Илһам Йәндәүләтов ағай, мине һынау өсөн, задание биреп, буш компьютер артына ултыртты: “Ошо хатты баҫып, хаталары булһа, төҙәтеп, баҫмаға әҙерләп бир. Эш көнө аҙағына хатты әҙерләп бирҙем. Илһам Миңлеғәли улы эшемә күҙ йүгертеп сыҡты ла: “Беҙ редакция менән иртәгә йәштәр һабантуйына йыйынабыҙ, иртәгә, теләһәң, һин дә үҙегеҙҙең ауыл хакимиәтенән барған ылауға ултырып бар, ял итеп, йәштәр менән танышып ҡайтырһың”, – тине. Мин риза булдым.
Иртәгәһенә һабантуйға барыусылар менән тирмә тейәп йөрөгән саҡта, аңғармаҫтан, сөйгә баҫып алдым. Сәтәкәй бармағыма ғына эләккән, һөйәккә теймәгән булып сыҡты. Дауаханалар тулы ҡеүәтенә эшләгән саҡ, 2009 йылдың йәйе, сатанлап, ауылыбыҙ хирургы бүлмәһенә етеп бара инем, телефоным шылтыраны:
– Ишбулатовмы? – тине көр генә ҡатын тауышы.
– Эйе, тыңлайым, – тинем мин, ғәҙәттәгесә, һағайып.
– Был – военкоматтан. 4 июль һинең отправка көнө, таң менән военкоматҡа кил.
Военкоматтағы апайҙы таныным. Бындай көтөлмәгән яңылыҡ мине шаңғытты:
– Апай, һеҙ мине армияға ебәрергә булдығыҙмы?
– Эйе, һинең папкаң төптә ятҡан, яңылыш ҡына күреп ҡалдым, һин дә яҙғы командала икән.
– Ярай, барып етермен, – тип ризалашып, хирург бүлмәһенә инеп, кушеткаға ултырҙым.
Табипмы, шәфҡәт туташымы, апай нимәлер яҙа, һораша, ә минең башта – мең уй: “Эх, бынауы, аяғым яралы булғас, әрмегә бара алмай ҡалырмынмы икән? Етмәһә, һурҙыра торған тешем бар, һуҙып тик йөрөнөм”. Апайҙан һорарға булдым:
– Иртәнән һуң военкоматҡа саҡырҙылар, был аяҡ менән комиссия үтеп булырмы икән? Әрмегә алырҙармы икән?
– Хәҙер, ҡарарбыҙ, – тине апай, яраны эшкәртте, елемле пластырь менән ҡаплап ҡуйҙы һәм кәңәш бирҙе, – комиссия үтер алдынан ғына сисерһең, яраң ҡурҡыныс түгел, бөтәшкән булыр.
Бына комиссия үтәм. Хирург кабинеты. Теҙелеп торабыҙ, табип һәр беребеҙҙе ҡарай, медсестра ҡыҙ яҙып ултыра. Бына миңә еүеш таҫтамалға баҫырға һәм атлап күрһәтергә сират етте. Яҫы табанлылыҡ бармы, юҡмы икәнен тикшереү инде. Баҫҡан һайын, бармаҡ семетеп-семетеп алһа ла, түҙҙем, атлап үттем. Ике ҡултығым аҫтынан да, ике юлаҡ булып, тир тамсылары ағып төштө.
– Берәй нәмә борсомаймы? – тип һораны табип.
– Юҡ, – тинем.
Шулай үтеп китте был һынау. Бәхетемә, Рәфил Ғәлиәхмәтов исемле һабаҡташым менән бер “һатып алыусы”ға эләктек. Мамлеев фамилиялы майор беҙҙе Өфөнән Екатеринбург эргәһенә алып китте.
ГАРАЖ
Утыҙға яҡын һайланмыш (әрмегә һайлап алынған) егет-елән, беҙҙе һатып алған майор Мамлеевтың беҙҙе алда көтәсәк тапочкалы хеҙмәт тураһында әкиәтен ысынға алып, уның менән килгән фырт, шаян ефрейторҙың үҙ-үҙен тотошон өйрәнә-өйрәнә, печенье-кәнфит кимереп, поезда шау-гөр килеп "әрмегә" китеп барған сағыбыҙ.


Бер заман егеттәрҙең береһе ҡысҡырып ебәрҙе: "Ә, дүрт гараж!" Ятҡан еремдән үрелеп, тауыш килгән яҡҡа ҡараным. Беҙҙең егеттәр йыйылып киткән, бер өҫтәл артында ефрейтор ниндәйҙер тамаша күрһәтә. Хас та - кәрт фокуссыһы. Берцымды аяғыма нисек етте, шулай эләктерҙем дә, киттем өймәкләшкән иптәштәр яғына. Барып етерлек түгел, үрелеп ҡарайым, аптырашалар, көлөшәләр, ҡарт һалдат серле генә йылмайып, фокусын дауам итә. Әллә ниндәй гараждар тураһында һорай, кемдер ниндәйҙер һан әйтә... Аңламаным был фокустың айышын, кире урыныма киттем. Әсәйем менән атайым йортонан яңы ғына сығып киткәнмен, туғандарымды, этемде һағынам, уйын ҡайғыһы юҡ. Һуҙылып ятып, уйҙарға бирелдем...


Шулай ярты йыл да үтеп китте, беҙгә "молодой"ҙарҙы алып килделәр. Таныштыҡ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Бер көн ишетәм, "Ленин бүлмәһе"ндә ниндәйҙер шау-шыу ҡупты. Инһәм, беҙҙең призыв егеттәре өҫтәл артында йәштәргә ниҙер күрһәтә, ниндәйҙер һорауҙар бирә, тегеләр яуап эҙләй. Рәфил дуҫымдан: "Бында нимә ул?" -тип һораным. Дуҫым: "Иҫләйһеңме, поезда ефрейтор йомаҡ күрһәткәйне, "Гараж" уйыны..." - тине. Минең иҫкә төшкәндәй булды, тик мин был уйындың айышына төшөнмәгәйнем, әле лә дуҫымдан һорап, белмәксе булдым. Ул: "Уйнап ҡара, ҡыҙыҡ ул - тине. Мин өҫтәл артына барып ултырҙым. Уйын етәксеһе булмышына етди төҫ бирергә тырышып, ҡағыҙға бер шаҡмаҡ эшләне лә, беҙҙән: "Гараж нисә бүлмәле?" - тип һораны. Мин: "Бер", - тинем. Барыһы ла дәррәү көлөп ебәрҙе. Йомаҡсыбыҙ бер һалдатҡа өндәште: "Леха, нисә гараж күрәһең?". Тегеһе: "Дүртәүҙе", - тине. Уның яуабы күпселектә хуплау тапты. Артабан ҡағыҙға бер һыҙыҡ һыҙҙы егетебеҙ. Тағы һораны: "Нисә гараж күрәһегеҙ?". Кемдер: "Ике!" - тине. Был юлы яуапты икенсе ҡарт һалдатыбыҙ әйтте: "Туғыҙ гараж!" Мин аптырап, дуҫыма ҡараным. Бер нәмә лә аңламайым, бында ҡайҙа логика? Дуҫым: "Һин өҫтәлгә яҡшылап ҡара, яҡшылап", - тине. Уның эргәһендәге кемдер көлөп ҡуйҙы. Уйынға етәкселек итеүсе хеҙмәттәшебеҙ әҙәм сисә алмаҫлыҡ йомаҡтарын ҡоя торҙо, ҡоя торҙо. Бер заман тегенең ҡулына иғтибар иттем. Ҡағыҙға билдә ҡуя ла, егетебеҙ бармаҡтары менән өҫтәлгә таяна икән. Был хәрәкәт шул тиклем ғәҙәти килеп сыға, хатта эргәһендә ултырып, серле сигналға иғтибар ҙа итмәйһең. Шунда уҡ үҙемдең һанымды әйтә һалдым: "Ике!" Саҡ, ике бармаҡ, тип әйтмәнем. Уйындың серен белгән хеҙмәттәштәр бер тауыштан: "Ильгиз увидел!" - тиеште. Эргәмдәгеләр тағы ла ентекләберәк уйлай башланы.


Шахмат буйынса разряды булған егетебеҙ дуҫы менән бик оҙаҡ баш ваттылар. Әйтәйекме, тиһәк, бирешкеләре килмәй, дауам итәйек, тиҙәр. Улар төрлө схемалар ҙа һыҙҙылар, мейе штурмы ла эшләнеләр, аҙаҡ, яуапты белгәс, сәмсел егетебеҙҙең күҙенән йәш бөртөгө атылып сыҡҡанын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ғәрләнгәндер. Йыуата, дәртләндерә һалдыҡ. Ул Перельман мәсьәләһе кимәлендәге йомаҡ сисергә уйлаған, ә беҙҙең частың иң көслө шахматсыһына Крыловтың бикһеҙ-йоҙаҡһыҙ һандығын тотторғандар. Шулай ҙа була икән ул!
МУНСАНАН ҺУҢ
Мунсанан һуң теҙелеп торабыҙ. Командирыбыҙ, өлкән лейтенант, кепкаһының козерогы буйынан ғына ҡарап, беҙҙең, призывниктарҙың, уға ышанып тапшырылған ялтыр баштарҙың була инде, иҫәбен тикшерә. Тиҙ-тиҙ генә рәттәргә күҙ йүгертте лә, ҡысҡырып, иғлан итте: “Кемдәр тәмәке тартмай, сафтан сығырға!”
Бер егет сыҡты, мин дә, ике аҙым алға атлап, сафҡа йөҙөм менән боролдом. Эстән генә, хәҙер нимә булыр икән, тип көтәм. Сәләмәт йәшәү рәүеше, спорттың файҙаһы тураһында һүҙ булыр, тип көтәм, башҡалар ҙа командирҙан күҙен алмай. Старлей ҡабаланмай: “Тағы кем тәмәке тартмай?” – тип һораны. “Хәҙер тәмәкеселәргә берәй шелтә эләгә инде”, – тип уйлап та өлгөрмәнем, командирыбыҙҙың ҡоро һәм яңғырауыҡлы бойороғо ишетелде: “Уң-ға! Тәртипһеҙ, тырам-тырағай ҡалдырылған тастарҙы, кейем-һалымды матурлап килегеҙ. Шагом-марш!”
Беҙ, ике байғош, үҙебеҙҙең “инициатива”ға йәнебеҙ көйөп, мунсаға йүнәлдек, ә командир бүтәндәргә таралырға ҡушты һәм өҫтәп ҡуйҙы: “Перекур!”.
ПОСТА
Вышкала йөрөп ятам, сәнскеле тимер менән уратып алынған посты һаҡлайым. Билдәле инде, ҡораллымын, ҡоралым уйынсыҡ түгел, ул дарылы ҡурғаш төкөрә торған, тик әлегә һаҡлағысы (предохранитель) күтәрелгән. Бер заман, күреп торам, йылдам аҙымдар менән, бер Кавказ артынан килеп, бер нисә айҙан ҡайтырға тейешле “ҡарт һалдат” пост сигенә етеп килә. Ә мин уны түгел, әгәр ул разводящийым, йә ҡарауыл начальнигым оҙатыуында булмаһа, хет Президентты ла постҡа үткәрергә тейеш түгелмен. Тамағымды ҡырҙым да:
– Ислам, ҡайҙа бараһың? – тип һораным.
– Нефёдовҡа мин, – теге ҡапҡаны асты, эскә үтә башланы. Прапорщик йыш ҡына постҡа үтеп, шунда оҙаҡ ҡына юғалып тора торғайны. Ни эшләгәндер, белмәйем.
– Ярамай! – ҡырт киҫтем, тик “бабай” туҡтарға уйламай, “сырт” төкөрөп, ары атлауын белә. – Туҡта! Хәҙер атам! – мин бындай хәлдәрҙә әйтергә тейешле һүҙҙәрҙе әйтеп ысҡындырҙым.
– Ишбулатов, ҡара һин уны! – тип теге миңә текәлде, ә үҙе туҡтарға уйлай тиһегеҙме? Юҡ шул, һаман атлай бирә.
Мин һаҡлағысты төшөрмәй генә, затворҙы шытырлаттым. Патрон патронникка инеп ятманы, “ЧП” булманы әле. Устав буйынса, мин тәртип боҙоусыны тәүҙә телдән, унан бер тапҡыр һауаға атып, иҫкәртергә бурыслы. Әгәр талабым үтәлмәһә, һәм кеше пост сиген үтһә, мин уны атып йығып, уның һәр хәрәкәтен күҙҙән ысҡындырмай, ғәҙәттән тыш хәл тураһында ҡарауыл бүлмәһенә хәбәр итеп, посты һаҡлауҙы дауам итергә тейешмен.
Ярай әле, Ислам зирәклек күрһәтте, кире боролоп, китеп барҙы. Аҙаҡ был хәл тураһында бер тапҡыр, үҙемә генә иҫләтте, уныһын да ағайҙарса көлөп әйтте: “Һин, Ишбулатов, башҡа улай ҡурҡытма!” Элек шаярған булып, эскә төртөп китә ине, ошо хәлдән һуң, минең менән улай шаярмаҫ булды.
Бына шундай хәтирәләр бөгөн иҫкә төштө әле 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө иртәһендә.
Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: