+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
11 Март 2021, 18:45

ЙҮКӘ ШЫНА ҠАҠҠАНСЫ... (булған хәл)

Яңыраҡ, бер-ике көн элек кенә, ҡатынымды ҡыуандырырға, сәскә кибетенә инһәм, бер түгел, өс флорист – сәскә төрөүсе – баҫып тора. – Ҡыҙҙар, һеҙ ҡайһы яҡтан ул? – тим, береһе эш менән булған, ҡалғандары үҙ-ара тел сарлаған арала. – Шишмәнән беҙ, – тиештеләр апайҙар, бер тауыштан. – Келәштән түгелме? – тинем, бүтән ауылдарын белмәгәнгә күрә.

ЙҮКӘ ШЫНА ҠАҠҠАНСЫ...
(булған хәл)
Яңыраҡ, бер-ике көн элек кенә, ҡатынымды ҡыуандырырға, сәскә кибетенә инһәм, бер түгел, өс флорист – сәскә төрөүсе – баҫып тора.
– Ҡыҙҙар, һеҙ ҡайһы яҡтан ул? – тим, береһе эш менән булған, ҡалғандары үҙ-ара тел сарлаған арала.
– Шишмәнән беҙ, – тиештеләр апайҙар, бер тауыштан.
– Келәштән түгелме? – тинем, бүтән ауылдарын белмәгәнгә күрә.
– Юҡ, арыраҡ, – тинеләр.
Мин дә ни өсөн Келәш ауылы менән ҡыҙыҡһыныуымды әйтеп, ваҡланып торманым, улар ҙа, артығын һорашып, үҙҙәрен белекһеҙлектә ғәйепләрлек шик тыуҙырманы.
Береһе, миңә сәскә төргәне, был өлкәлә ун йылдан артыҡ эшләй булып сыҡты, ҡалғандарының стажын һорарға уңайһыҙландым, улары тәүгеһенән олораҡ күренә. Апайҙарҙың һалам яғына һалпы ҡыҫтырам, шына ла ҡағып ҡуям, әллә Өфө йүкәһенән, әллә Уралда үҫкән мурт уҫаҡтан. Һүҙ ыңғайы, ошо тирәлә йәшәүем, уларҙың кибетенән килгән тәмле еҫтәргә илереүем, һ.б тураһында ла әйтергә онотмайым. Улар – шат, ташламалары ла әҙер булып сыҡты: теүәл бер сәскәлек! Ахырҙа, береһе:
– Беҙҙең Зифа оҫта ул, тағы килегеҙ, – тине.
– Эйе, бик яҡшы төрәһегеҙ, ҡулдарығыҙ килешеп тора, – тинем мин дә, йәнлелекте һаҡларға тырышып, үҙем, ваҡыт, урамда машиналар күбәйеүе тураһында уйлап, борсолам. Хәҙер балалар тыуҙырыу йортонан ҡатыным менән улымды алып ҡайтырбыҙ.
– Зифаны маҡтаныҡ та, маҡтаныҡ, – тип һүҙен дауам итә теге апай, – беҙ үҙебеҙ ҙә сәскә төрәбеҙ ул. Бик матур төрәбеҙ. Йәнә килһәгеҙ, беҙҙе генә күреп, былар белмәй ул, тип боролоп сығып китмәгеҙ тағы...
Рәхмәттәр әйтеп, эштәрендә уңыштар теләп, сығып йүгерҙем. Хәҙер – ҡыҙыҡайҙы кейендерергә. Тыш, ярай, йылы, шикелле.
Бар мәшәҡәт артта ҡалды, барыһы ла һәйбәт булды, буғай. Кис, бер аҙ тын алғас, баяғы, гөлләмәнең сәскәләрен һанарға булдым. Етмәй ҡуймаһын, тим инде. Берәүгә тулмай. Булмаҫ! Ике-өстө һанап сыҡтым, әпәт – берәүгә кәмерәк. Бер сәскәне һурып алып, ҡыҙымды ҡыуандырҙым.
Ә сәскәсе апайҙарға бер үпкәм юҡ. Мин ҡабалана, тип улар ҙа яңылышҡандарҙыр. Үҙемдә генә ғәйеп. Шына ҡағыу менән мауыҡҡанмын. Үҙемдең күсәргә ҡаҡҡанмын йүкә шынаны.
Ә ни өсөн Келәш ауылы менән ҡыҙыҡһындым һуң? Кем яуапты белә, ошо яҙма аҫтындағы “йөрәк”кә баҫа ала. Ҡарайыҡ әле, беҙ күпме икән, Келәш ауылын белгәндәр.
Илгиз ИШБУЛАТОВ

Читайте нас: