Бер мәл миңә Краснодарҙа валюта алыштырырға кәрәк булды. Яҡында ғына алыштырыу пункты юҡ, ә һаҡлыҡ банкыһына барғым, сиратта торғом килмәне. Беренсе осраған сауҙа ларегына индем дә:
– Һеҙ миңә доллар алыштырмаҫһығыҙмы икән? – тип һораным.
Баш тарттылар. Күренеп тора, алыштырғылары килә, ләкин ҡурҡалар. Йә ялған булып сығыр.
Икенсе ларекка барҙым. Шул уҡ хәл.
Шунда һатыусыларҙың ышанысына инергә кәрәк икәнен аңланым. Өсөнсө ларекка барҙым.
– Һеҙ бында аҡса алыштырыу пунктының ҡайҙа икәнен әйтмәҫһегеҙме икән? Доллар алмаштырырға ине.
– Ә һеҙгә ниңә алыштырыу пункты? Беҙ үҙебеҙ алыштырабыҙ.