ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ
Йәш, тәжрибәһеҙ автоинспектор тәҙрәләре ҡарайтылған һуңғы модель “Мерседес”ты туҡтата. Аҡрын ғына тәҙрәһен шаҡый. Тәҙрә асыла һәм ЮХХДИ майорының ҡәнәғәт булмаған йөҙө күренә.
– Йә, – ти ул, йәш автоинспекторға боролоп та ҡарамай.
Автоинспектор, иртән генә бер иҫеректе тотоп, биш меңлек алып ҡалған була һәм юғалып ҡалмай:
– Иптәш майор, рәхмәт йөҙөнән, һеҙгә ошо биш меңлекте бирергә рөхсәт итегеҙ.
Асыуланған майорҙың йөҙө боҙолоп китә:
– Һин – тәрбиәһеҙ! – ти ул йәш хеҙмәткәргә. – Ошо биш мең өсөн мине борсорға батырсылыҡ итәһеңме?
– Ғәфү итегеҙ, иптәш майор, – тип мөңгөрләй тегеһе.