+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
31 Май 2021, 16:10

ЭШКӘ САҠЫРҒАЙНЫЛАР... Юмореска

Эйе, эйе, Әхмәтте эшкә саҡырҙылар.– Һаумы, ҡустым! – тип өндәште телефон аша ят кеше. – Хужа ҡушты, һине маҡтағандар, беҙ һине эшкә алырға булдыҡ.

ЭШКӘ САҠЫРҒАЙНЫЛАР...
Юмореска
Эйе, эйе, Әхмәтте эшкә саҡырҙылар.
– Һаумы, ҡустым! – тип өндәште телефон аша ят кеше. – Хужа ҡушты, һине маҡтағандар, беҙ һине эшкә алырға булдыҡ.
Әхмәттең башы әйләнеп китте. Әйләнмәҫлекме ни, уны, бар төркөмдән берҙән-бер белгесте, үҙҙәре эшкә саҡыралар. Аҙмы-күпме ваҡыттан һуң был ҡыуаныслы хәбәр барлыҡ уҡыу йортонда мәғлүм булды. Ябай ғына кейенеп йөрөгән Әхмәтте быға тиклем бар тип тә белмәгән береһенән-береһе матурыраҡ ҡыҙҙар килеп уға йылмайыу һәм күҙ һалыу менән генә сикләнмәнеләр, хатта тотҡолап та ҡаранылар, ул ғына түгел, телефонын һорап алдылар. Әхмәткә өр-яңы, заманса “Айфон” һатып алырға тура килде. Әлбиттә, кредитҡа. Ярай, эшләй башларға тора, тәүге эш хаҡынан уҡ хисаплашыр әле.
Ойошмаға барып етте. Эшкә төшөр алдынан дауаханала медицина комиссияһы үтергә кәрәк икән. Начальник һымаҡ бер кеше, ҡаштарын йыйырып, Әхмәткә тишеп ҡараны ла:
– Вакцинацияларың барыһы ла булырға тейеш, ҡара уны, малай, үҙем тикшерәсәкмен, – тип әллә киҫәтте, әллә янаны. – Әлегә автобиографияңды килтер, паспортыңдың, СНИЛС, ИНН копияларын әҙерлә. Юғиһә, һинме, һин түгелме икәнлеген беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
– Ярай, бөтәһен дә эшләрмен.
– Эшләрһең... Ә ковид менән һинең хәлдәр нисек?
– Белмәйем. Былтыр ҡыш саҡ ҡына йүткергеләп алғайным.
– Ул белмәй. Ә үҙе ҡыш ҡына йүткереп сирләгән.
– Ә быныһы мөһимме?
– Иң мөһиме ошо! Сөнки беҙҙең коллектив һау-сәләмәт, йүткереү түгел, сөскөргән кеше лә юҡ. Бөгөн беҙҙең өсөн ошонан да мөһиме юҡ. Ошо аҙнала анализдарың өҫтәлемдә ятһын.
Бойороҡто үтәр өсөн ең һыҙғанып, барлыҡ көсөн туплап, тештәрен ҡыҫып тотондо Әхмәт.
Тәүге көндә үк ҡан тапшырҙы. Антитәнсәләр тураһында мәғлүмәтте, 720 тәңкә аҡса түләгәндән һуң, тотторҙолар.
– Күрһәткестәрем нисек? – тип ҡыҙыҡһынды егет.
– Күрһәткестәрең Президенттыҡы һымаҡ! 15 берәмек! – тип ҡыуандырҙылар уны. – Ҡыҫҡаһы, тыныс йоҡлай алаһың.
Икенсе көнөнә, бер банкаға тултырып, теге анализды ла илтеп тапшырырға тура килде.
Лабораториялағы ханым банканы лампочка яҡтыһына сайпылтып ҡараны ла:
– Бигерәк таҙа күренә. Әллә сәй эскәйнеңме? – тип һораны.
– Эйе, ике генә шәшке, – тип дөрөҫөн әйтте егет.
– Бармай! Анализдарҙы ас ҡарынға тапшырырға кәрәк.
Әхмәткә был яуаплы эште өр-яңынан ҡабатларға тура килде.
Ысынында иһә, былары иң анһаты һәм еңеле булып сыҡты. Әхмәттең үгеҙҙәй таҙа, ат һымаҡ талымһыҙ, ҡуян һымаҡ етеҙ икәнлеге билдәле булғас, иң ҙур түрәнең алдына килтереп баҫтырҙылар. Бәй, Әхмәт ни үҙе генә түгел, егермеләп малай бер-береһенә ҡаранып тора. Иң ҙур начальниктың алдында.
– Һәйбәт! Ҡыуанам, һоҡланам һәм һеҙгә көнләшеп ҡарайым, – тине иң ҙур түрә. – Кадрҙар юҡ, тиҙәр. Бына улар! Һәр береһен бөгөндән министр итмәһәң дә, уның урынбаҫары итеп ҡуйырлыҡ. Ә беҙҙең эш бик яуаплы, беҙ һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Ә һеҙҙең белем яғы бик самалы икән. Юҡ, юҡ, һеҙҙең хәреф таныуығыҙ, ҡуша, бүлә, ала, ҡабатлай алыуығыҙ шикләндермәй. Элек уҡығандарығыҙ үҙегеҙ өсөн. Ә хәҙер беҙҙең ойошма, уның көндәлек эше, хатта киләсәге өсөн уҡырға кәрәк. Оҙаҡ түгел, бер ай ғына. Дәрестәрҙе ҡалдырырға ярамай, уҡытыусыларығыҙ – сит илдә белем алып, алдынғы тәжрибә туплап ҡайтҡан кешелә. Шулай булғас, түләргә тура килер. Күп түгел, бер аҙ ғына. Мәҫәлән, унар мең һум. Юҡ, юҡ, доллар түгел, һумдарҙа.
Ун мең һум! Ошо хәтле аҡса күҙ алдына килгәс, Әхмәт еңелсә генә сайҡалып ҡуйҙы. Юҡ, ул уҡырға тейеш! Ә бының өсөн ун мең һум табырға кәрәк!
Ҡыҫҡаһы, Әхмәт аҡсаһын да тапты, уҡыуын да уҡыны, таныҡлығын да һалып ҡуйҙы, тик эшләргә генә яҙманы. Егермеләп егет һәм ҡыҙҙан нибары берәүҙе генә эшкә алдылар. Уныһын да һынау шарты менән, уныһы ла иң ҙур начальниктың ҡоҙаһы тиме, әллә күршеһенең ҡоҙаһымы...
Әхмәт эшкә урынлашам тип түккән сығымдарын һанай-һанай уҡыу аудиторияһына килеп ингәндә, береһенән-береһе матурыраҡ ҡыҙҙар бындай иғтибарҙан баҙап ҡалған Мәхмүтте тотҡолап ҡарайҙар һәм уның менән селфиға рөхсәт һорайҙар ине.
Читайте нас: