+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
13 Июнь 2021, 22:57

СӘЙНӘНМӘГЕҘ Мәҫәл

Кеше йоҡоға сумғас, Аяҡ менән Ҡул һөйләшеп ята икән.– Бик тырышып эшләйем. Хужам ҡайҙа теләй, шунда алып барам. Ҡушҡан һәр кешенең артына кирза итек менән тибеп кенә торам. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ҡәҙеремде белмәй. Гел койканың осона һала, – тип зарланған Аяҡ.

Кеше йоҡоға сумғас, Аяҡ менән Ҡул һөйләшеп ята икән.
– Бик тырышып эшләйем. Хужам ҡайҙа теләй, шунда алып барам. Ҡушҡан һәр кешенең артына кирза итек менән тибеп кенә торам. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ҡәҙеремде белмәй. Гел койканың осона һала, – тип зарланған Аяҡ.

– Мин дә уға яҡшы хеҙмәт итәм. Ялған документтарға ҡул ҡуйып, бик күп аҡсаны кеҫәһенә һалам. Кешеләргә эшләргә ҡушып, йоҙроғомдо төйнәйем. Тегеләй-былай һелтәнеп күрһәтмәләр бирәм. Үҙем өсөн ҡаҡҡылап, һуҡҡылап мендәрҙе йомшартам. Юҡ, уның бойороғона буйһоноп, Башы аҫтына алып барам да һалам, – тип Ҡул да ҡайғы-хәсрәтен һөйләп алған.

Уларҙың һөйләшкәнен Баш тыңлап ятҡан да:

– Сәйнәнеп ятмағыҙ, бер ваҡытта ла минән юғары була алмайһығыҙ, – тип, ғырылдап йоҡлап киткән.

Читайте нас: