+20 °С
Облачно
Мәҙәктәр
18 Июня 2021, 18:57

АҘЫМ ҺАЙЫН АҠСА ҺУРАЛАР

Беҙ әүәл һаҡлыҡ банкының ишеге ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәй инек. Әсәйҙәрҙең үҙ ғүмерендә бер-ике тапҡыр, әҙерәк һалған аҡсам бар ине, шуны тотонорға тура килер, тип, берәй ҙурыраҡ сығым булһа, банкҡа йүгергәне хәтерҙә ҡалған.Ә хәҙер беҙгә көн аралаш тигәндәй банкҡа барырға тура килә. Квартплата, кредит, штраф, ипотека... Ҡыҫҡаһы, бөтә түләүҙәр ҙә банк аша үтә. Шунан ни эшләп банк бай булмаһын, ти. Уларҙың ултырған биналары ҙур, бейек, зиннәтле.

Беҙ әүәл һаҡлыҡ банкының ишеге ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәй инек. Әсәйҙәрҙең үҙ ғүмерендә бер-ике тапҡыр, әҙерәк һалған аҡсам бар ине, шуны тотонорға тура килер, тип, берәй ҙурыраҡ сығым булһа, банкҡа йүгергәне хәтерҙә ҡалған.
Ә хәҙер беҙгә көн аралаш тигәндәй банкҡа барырға тура килә. Квартплата, кредит, штраф, ипотека... Ҡыҫҡаһы, бөтә түләүҙәр ҙә банк аша үтә. Шунан ни эшләп банк бай булмаһын, ти. Уларҙың ултырған биналары ҙур, бейек, зиннәтле.

Һуңғы ваҡытта банк хеҙмәткәрҙәре бигерәк тә карточка менән түләүҙе хуп күрә. Оператор эргәһенә барып ултырып та өлгөрмәйһең, уның иң беренсе һүҙе «здрасте» булһа, икенсеһе «как будете платить, с карты, да?» тип йылмайып ҡаршы ала. Бер көндө ҡыҙыҡ өсөн мин дә карта менән квартплата түләргә банкыға юлландым. Эре генә итеп оператор эргәһенә барып ултырыуым булды, ул:

– Как будете платить, с карты или наличными? – тине, йылмайып.

Мин дә эре генә:

– Конечно, с карты, – тинем. Быға хәтле бер ҙә карта менән түләгәнем юҡ ине. Үҙем эстән генә картамдың кодын ҡабатлап ултырам. Ҡаушауҙан онотоп ҡуйыуым бар, тип бер ҡағыҙ киҫәгенә яҙып та алғайным. Уныһы иң кәрәк саҡта юҡ булды ла ҡуйҙы. Шулай ҙа башымда ҡалған дүрт һанды йыйып, ҡәнәғәт кенә ҡиәфәт менән йылмайған булдым.

Бына бит ниндәй көнгә еттек, бөтә ерҙә техника, бөтә нәмә автоматлаштырылған. Бер яҡтан, ныҡ ҡыҙыҡ, был техника тигәндәре кешенән дә аҡыллыраҡ булып сыға түгелме?

Оператор түләүҙәрҙе компьютерға индереп теркәп бөткәс, шул хәтле хаҡ, тине. карта менән түләгәс, 150 һум комиссия, тигәс, күҙем дүрт булды. «Һеҙ был хаҡты түләргә ризаһығыҙмы?..» – тип ике күҙен тултырып миңә ҡараны.

Мин шунда уҡ:

– Юҡ!.. – тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ә икенсе яҡтан, ниндәйҙер эске тауыш, дөрөҫ эшләйһең, нишләп һин уларға ай һайын 150 һум аҡса бүләк итергә тейеш, улар былай ҙа бай, ана, ниндәй биналарҙа ултыралар, ә һин нисә йыл эшләһәң дә, һаман хәйерселектә йәшәйһең, тигән шомло уй мейене ярып үтте.

– Юҡ-юҡ! Минең артыҡ аҡсам юҡ, – тип сығып һыҙҙым.

Һеҙгә түләгәнсе ҡартлыҡ көнөмә ай һайын әҙерәк кенә булһа ла аҡса йыйыр инем әле, тип уйлап ҡуйҙым.

Һәр операция өсөн комиссия аҡсаһы алалар. Банк бер ҙә бушҡа хеҙмәтләндермәй. Саҡ ҡына ҡул ҡыбырлатҡандары өсөн дә ауыҙыңды ҡайырып, комиссия тигән булып, исемен дә уйлап тапҡандар бит әле, күпмелер аҡсаны «һә» тигәнсе банк иҫәбенә күсереп тә ҡуялар.

Магазинға ингәндә лә карта менән түләһәң, күпмелер процентын магазин үҙенә алып ҡала икән. Был улар өсөн бик отошло булһа ла, минең кеҫәгә ныҡ һуға. Карта мeнән түләүҙе башҡаса ишеткем дә килмәне. Аҡсам картаға килеп эләгеү менән унда булған аҡсаны тотошлайы менән алып, үҙемдең кеҫәгә һалып ҡуйыуҙы хуп күрәм. Карталағы аҡсаны шулерҙар ҙа тиҙ арала урлай ала. Икенсенән, картаны банкомат ауыҙына тыҡҡас, кодты хаталы йыйһаң, карта бер тәүлеккә кәртәләнә. Шунан асылған ауыҙыңды ябырға ла онотоп, тораһың да ҡалаһың. Минең менән дә шулай булды. Шулай итеп, был карта тигәндәре менән мин дуҫлаша алманым.

Читайте нас