+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
22 Июнь 2021, 22:48

БЕР ҺҮҘ ҘӘ ЕТӘ

“Ашығыс ярҙам” бригадаһы саҡырыу буйынса әбей янына килә. Әбей – ыҙғыш-талашҡа әүәҫ, мыжыҡтар иҫәбенән, шап-шаҡтай булһа ла, теләһә ниндәй сәбәп табып, табиптарҙың йәненә тейә. Хәлдән тайған табип өҫтәл артында ҡағыҙҙар тултыра. Ә диванда ятҡан әбей көсәнеп-көсәнеп ыңғыраша:

– Хәлем шул тиклем насар, йәшәүҙән туйҙым, миңә үлтерә торған укол ҡаҙағыҙ.

Был – докторҙың һигеҙенсе ауырыуы, шуларҙың алтыһы – ошондай уҡ ҡарт-ҡоро. Ул асырғанып эргәһендәге фельдшерға өндәшә:

– Теләй икән, ҡаҙа, йәлме ни! Бер ҡарсыҡ үлгәндән донъя емерелеп төшмәҫ.

Фельдшер ҙа шаян кеше, ризалашып баш ҡаға, шприцҡа тиҙ генә сульфокамфокаин тултыра ла әбей янына килә:

– Бына уколың, әбекәй! Тик доғаңды уҡырға онотма, йә охмажҡа ҡабул итмәҫтәр.

Әбейҙең сәрелдәүенә күршеләре йүгерешеп килеп етә: “Әллә аяҡ һуҙғанмы?” Әле генә теге донъяға китергә йыйынған әбей һикереп тора ла табиптарҙы ла, күршеләрен дә ҡыуып сығара, ишекте шартлатып бикләп ҡуя.

Кешене тәүбәгә килтереү өсөн ҡайһы саҡта бер һүҙ ҙә етә икән.

Читайте нас: