+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
25 Июнь 2021, 22:09

РЕЙХСТАГ – БЕҘҘЕКЕ!

Бәләкәй саҡта һеҙ ҙә һуғыш уйнап үҫкәнһегеҙҙер, моғайын. Еңеү көнөн билдәләгәндә үҙем менән булған хәлде һөйләгем килә.Күрше ауылдағы дуҫтарыбыҙ бөгөн – “немецтар”. Улар кочегарканы – рейхстагты һаҡлай. Ул эшләй, әммә кочегарҙың айныҡ көнө һирәк. Шуға күрә беҙгә – малайҙарға – ҡамасаулаусы юҡ. Кочегарканы йә Брест крепосы, йә рейхстаг итеп файҙаланабыҙ. Немецтар яҡын да килтермәй, аталар ҙа йығалар. Ике яҡтың да ҡоралы – ағас пистолеттар, пулялар ҙа ағастан. Тейһә – үләһең, сафтан сығаһың.

Бәләкәй саҡта һеҙ ҙә һуғыш уйнап үҫкәнһегеҙҙер, моғайын. Еңеү көнөн билдәләгәндә үҙем менән булған хәлде һөйләгем килә.
Күрше ауылдағы дуҫтарыбыҙ бөгөн – “немецтар”. Улар кочегарканы – рейхстагты һаҡлай. Ул эшләй, әммә кочегарҙың айныҡ көнө һирәк. Шуға күрә беҙгә – малайҙарға – ҡамасаулаусы юҡ. Кочегарканы йә Брест крепосы, йә рейхстаг итеп файҙаланабыҙ. Немецтар яҡын да килтермәй, аталар ҙа йығалар. Ике яҡтың да ҡоралы – ағас пистолеттар, пулялар ҙа ағастан. Тейһә – үләһең, сафтан сығаһың.
Беҙҙең отрядтың командиры үҙенең штабы менән кәңәшләште. Һөжүм итеү планын тикшерәбеҙ.
– Уларҙы утһыҙ ҡалдырырға!
Командирҙың башына бик шәп фекер килде. Катакомбалар буйлап барабыҙ ҙа ҡараңғыла тегеләрҙе дөмбәҫләп сығарабыҙ. План беҙгә лә оҡшаны. Мине шартлатыусы итеп ҡуйҙылар.
Эшкә бик етди ҡараным. Уйым – нисек тә командирҙың ышанысын аҡлау. Бәлки, Советтар Союзы Геройы итер? Пуля тейеп үлһәм дә үкенмәйем, тик еңеү беҙҙең яҡта булһын! Сүплектән ырғаҡлы тимер рам һайлап алдым. Ҡаса-боҫа арт яҡлап кочегарка янына килгәс, һөйәп ҡуйылған баҫҡыс буйлап түбәгә күтәрелдем. Алдымда – кочегарканан бағанаға тоташтырылған тимерсым. Оҙаҡ уйлап тормай, үҙебеҙҙекеләргә ҡысҡырҙым:
– Һөжүмгә!
Рамды ырғыттым, ул ырғағы менән тимерсымға эләгеп, ҡыҫҡа тоташыу барлыҡҡа килтерҙе. Ура! Һөжүм бик уңышлы килеп сыҡты!
Сатыр-сотор килгән тимерсымдан осҡондар сәсрәй. Ут кочегаркала ғына түгел, ауыл өйҙәрендә лә һүнде. Ҡоттары осҡан “немецтар”, беҙҙeкеләр килеп еткәнде лә көтмәй, рейхстагтан сығып ҡасты. Мин, баҫҡыс барлығын да онотоп, ергә һикерҙем.
Һуңынан ни булғанын хәтерләгем дә килмәй. Ләкин яҙмаһам, хикәйәм тулы булмаҫ һымаҡ. Ата-әсәләребеҙ беҙҙе урмандан эҙләп тапты. Электриктар бригадаһы хулиганлыҡ тураһында акт төҙөнө. Башҡа малайҙарҙы ни эшләткәндәрҙер, атайым мине ҡайыш менән “һыйланы”.
Әммә үкенмәнем. Рейхстаг – беҙҙеке!
Читайте нас: