– Йә, Хоҙай! – ти ханым. – Ирем отпускыһынан ваҡытынан алда ҡайттымы икән ни? Йә, тыныслан. Бына үтек, бына һиңә кер, бына үтекләү таҡтаһы – үтеклә, өндәшмә!
Үтекләйем. Алпамышалай кәүҙәле ир инде лә: “Был кем?“ – тип һораны. Мин ҡурҡышымдан саҡ үлмәнем! Хужабикә уға тыныс ҡына яуап бирҙе: “Ә мин “Изге хеҙмәттәр бюро”һынан кеше саҡырҙым, үҙем өлгөрә алмайым. Төштән бирле эшләй, оҙаҡламай бөтөр инде…”
Ярай әле, аҡыллы ҡатын тура килде, юҡһа, бөткәйнем”, – тип тамамланы һүҙен үҙ башына бәлә эҙләүсе.
– Эйе, Света, бер ваҡытта ла юғалып ҡала торған ҡатын түгел, – тип зәһәр көлдө күршеһе. – Ысын әртис!
– Уны һин дә беләһеңме ни?
– Нисегерәк әле! Бөгөн һин үтекләгән керҙе кисә мин таңға ҡәҙәр йыуҙым!