+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
28 Июнь 2021, 23:27

АҠСА

Башы.1 апрель. Тыуған заводым буйлап атлайым. Ба! Сүп-сар контейнеры артында, аралыҡта аҡса ята – ҡуша бөкләнгән бер нисә биш меңлек. Контейнер ҡоростан яһалған, ауыр, урынынан ҡуҙғатып булмай, ә уйымы тар. Мин иһә бәләкәй ағай түгел, бер нисек тә үтә алмайым, ни буй етмәй. Уның ҡарауы, башымдағы мейе маймылдыҡынан мулыраҡ: швабра алдым да аҡсаны һөйрәп сығарҙым. Тәмәке тартыу бүлмәһенән хахылдап көлә-көлә хеҙмәттәштәрем килеп сыҡты. Баҡтиһәң, аҡсаны швабра менән һөйрәп сығарырға башы еткән беренсе кеше мин икәнмен.

Башы.

1 апрель. Тыуған заводым буйлап атлайым. Ба! Сүп-сар контейнеры артында, аралыҡта аҡса ята – ҡуша бөкләнгән бер нисә биш меңлек. Контейнер ҡоростан яһалған, ауыр, урынынан ҡуҙғатып булмай, ә уйымы тар. Мин иһә бәләкәй ағай түгел, бер нисек тә үтә алмайым, ни буй етмәй. Уның ҡарауы, башымдағы мейе маймылдыҡынан мулыраҡ: швабра алдым да аҡсаны һөйрәп сығарҙым. Тәмәке тартыу бүлмәһенән хахылдап көлә-көлә хеҙмәттәштәрем килеп сыҡты. Баҡтиһәң, аҡсаны швабра менән һөйрәп сығарырға башы еткән беренсе кеше мин икәнмен. Ә ҡалғандар бөгөлә-һығыла үрелеп ҡараған, ләкин ала алмаған. Аҡса ялған булып сыҡты: принтерҙа баҫылған, сифатлы, ысындан тиҙ генә айырып булмай. Етмәһә, баҫҡас үтекләгәндәр шикелле – ҡыштырҙап тора. Хеҙмәттәштәремдең артабан 1 апрелдә күңел асыуына сик ҡуйҙым. “Утыҙ меңде” үҙемә алдым. Аралыҡтан алырға башым еткән икән, тимәк, минеке!

Дауамы

“Аҡсаны” янсыҡта ярты йыл самаһы йөрөткәнмендер. Ялған икәнен беләһең, ә янсығыңды асһаң – күңел күтәрелеп китә. Киске сәғәт һигеҙҙә төнгө сменаға эшкә китеп барам. Юл ыңғай ларекка тәмәкегә индем. Шунда аҡсамды шәйләп ҡалғандар шикелле. Ҡараңғы урамда бер малай менән ҡыҙ ҡыуып етте.

– Янсығыңды сығар! – Малай бысаҡ күрһәтеп ҡурҡытты. Буйһонорға тура килде – ялған аҡса өсөн аяҡ һуҙғы килмәй. Янсыҡты тартып алдылар ҙа ҡастылар.

Аҙағы

Ҡатыным ул осорҙа яҡындағы гипермаркетта эшләй ине. Иртән һөйләне: магазин ябылыр алдынан, һуң ғына ауыҙы ҡолағына ҡәҙәр йырыҡ малай ингән. Бер кәрзин хәмер, затлы ҡабымлыҡтар алған. Кассала кеҫәһенән эре генә ике биш меңлек сығарған. Кассир уға: “Саҡ ҡына көтөп тороғоҙ, хәҙер аҡсаны ваҡлап килтерәләр”, – тигән дә төймәгә баҫҡан. Бер минуттан малайҙы эләктергәндәр. Биш минуттан полицейскийҙар кеҫәһенән тағы ла ошондай ҡағыҙҙар тапҡан. Эләккән. Һигеҙ йылға. Ҡыҙҙы ла йәлләп тормағандар. Бәй, шулай булмай, ҡырын юлда етәкләшеп йөрөгәндәр ҙә баһа.

Читайте нас: