-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
28 Июнь 2021, 23:19

БАЛА ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ!

Танышым ҡунаҡҡа килде. Ғайса (ете йәш) менән аралаша.– Вәсил ағай, һинең балаң бармы?– Бар.– Уға нисә йәш?– 43 (шаярта – 14 йәш).– Вәсил ағай, ә һиңә нисә йәш?– 34 (дөрөҫ).

Танышым ҡунаҡҡа килде. Ғайса (ете йәш) менән аралаша.
– Вәсил ағай, һинең балаң бармы?
– Бар.
– Уға нисә йәш?
– 43 (шаярта – 14 йәш).
– Вәсил ағай, ә һиңә нисә йәш?
– 34 (дөрөҫ).
Байтаҡ уйланғандан һуң Ғайса:
– Вәсил ағай, белеп ҡуй: ул һинең балаң түгел!
ИКӘҮ ГЕНӘ
– Атай, алкаш кем ул?
– Анау дүрт ҡайынды күрәһеңме? Улар алкашҡа һигеҙ булып күренә. Аңланыңмы?
– Аңланым, атай. Тик унда ике генә ҡайын...
ТУНДА ЙЫЛЫРАҠ
– Атай, ниңә беҙҙең машинабыҙ юҡ?
– Сөнки әсәйеңә тунда йылыраҡ.
Читайте нас: