+28 °С
Облачно
Мәҙәктәр
2 Июля 2021, 17:22

ҒӘЛИ МЕНӘН КӘЛИ

– Кәли, балыҡтар ни өсөн һөйләшмәй? – Ғәли, һин башыңды аквариумға тыҡ та ошо һорауҙы биреп ҡара.

ҒӘЛИ МЕНӘН КӘЛИҒӘЛИ МЕНӘН КӘЛИ
ҒӘЛИ МЕНӘН КӘЛИ

– Кәли, балыҡтар ни өсөн һөйләшмәй?

– Ғәли, һин башыңды аквариумға тыҡ та ошо һорауҙы биреп ҡара.

***

– Әйт әле, Ғәли, үҙен тыңламағанда ла һөйләүсе кем була?

– Уҡытыусы.

***

– Ғәли, яңы этең нисек?

– Шәп, Кәли! Бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңлайбыҙ, ул минең нимә теләгәнемде алдан уҡ белеп тора. Мәҫәлән, мәктәптән ҡайтыу менән сумкамдан көндәлекте ала ла бер кем күрмәҫ борон йәшереп ҡуя.

Читайте нас