+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
2 Июль 2021, 22:45

ТӘМЛЕ БӘЛЕШ

Нисектер шулай килеп сыҡты, бер ваҡыт Ҡырымда ял итеп Өфөгә ҡайтырға юлға сыҡтым. Кеҫәлә плацкарт поезға алған билеттан башҡа бер тин дә аҡса юҡ.

ТӘМЛЕ БӘЛЕШ
ТӘМЛЕ БӘЛЕШ

Нисектер шулай килеп сыҡты, бер ваҡыт Ҡырымда ял итеп Өфөгә ҡайтырға юлға сыҡтым. Кеҫәлә плацкарт поезға алған билеттан башҡа бер тин дә аҡса юҡ.

Минең менән бер ғаилә тура килде. Шундук өҫкө кәштәгә менеп яттым. Ике тәүлек бараһы бар. Бөтөн уй – йоҡо һимертеү. Ашарыма бер шешә һыу, бер нисә ҡабартма ғына. Шул ризыҡты Өфөгә ҡайтҡансы еткерергә кәрәк.

Күршеләрем ашай башлағайны, ризыҡтарының хуш еҫенән башым әйләнеп китте. Шул хәтле күп итеп алғандар, өҫтәл һығылып тора. Духовкала ҡыҙҙырылған ҡаҙҙан башлап, бәлеш, ыҫланған колбаса, салат, кәнфит, емеш-еләк, йәшелсә… Үҙҙәре урата-урата ашайҙар. Тығынғандарын күрмәҫ өсөн, тәҙрәгә боролоп ятып та ҡарайым, юҡ, тәмле-татлы аҙыҡтың хуш еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Шуны һиҙгәндәй, хужа кеше миңә өндәште:

– Һин, йәш кеше, моғайын, студентһыңдыр. Хәҙер өҫтәл бушай, төшөп ашап алырға мөмкин.

Шуны ғына көткәндәй, ырғып ҡына төшкәйнем, хужа кеше:

– Әҙерәк көтөп тор, өҫтәлдәге үҙебеҙҙең аҙыҡты йыйыштырып алғас ултырырһың, – тине.

Шунда баҫып торған ерҙән шартлай яҙҙым, ләкин тегеләргә һиҙҙермәнем. Инде ауыҙға ингән ризыҡты тартып алыр, тип кем уйлаһын. Тәҙрә аша ҡарап, эстән генә теге ирҙе һүктем дә үҙемдең урыныма кире менеп яттым.

Вәт, шулай ҙа була икән ул. Тағы ла нығыраҡ олой башлаған эсте тотоп, теште ҡыҫып, Өфөгә саҡ-саҡ килеп еттем. Поездан төшкәс, аслыҡтан башым әйләнһә лә, үҙемдең автобусымды табып, тиҙ генә әсәйҙең тәмле бәлештәре янына ашыҡтым.

Читайте нас: