+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
7 Июль 2021, 18:34

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА ҺАУМЫ, ЙӘЙЕН! Хикәйә Бишенсе өлөш

…Fәзиз менән Миңзәләне ул Бөрмәсә йылғаһы буйында тап иткәйне. Егеттең ҡулында  – ҡалдау. Бына ул ҡалдауҙы ҡыҙға тоттора. Үҙенсә тырышып нимәлер аңлата. Миңзәлә тартынып, аҫтан һөҙөп кенә егеткә ҡарап ала, йылмая, баш ҡаға. Ошо оялсан, наҙлы ҡараш, гүйә, Марстың йөрәгенә үтеп инә.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА ҺАУМЫ, ЙӘЙЕН! Хикәйә Бишенсе өлөш
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА ҺАУМЫ, ЙӘЙЕН! Хикәйә Бишенсе өлөш

…Fәзиз менән Миңзәләне ул Бөрмәсә йылғаһы буйында тап иткәйне. Егеттең ҡулында  – ҡалдау. Бына ул ҡалдауҙы ҡыҙға тоттора. Үҙенсә тырышып нимәлер аңлата. Миңзәлә тартынып, аҫтан һөҙөп кенә егеткә ҡарап ала, йылмая, баш ҡаға. Ошо оялсан, наҙлы ҡараш, гүйә, Марстың йөрәгенә үтеп инә. Балыҡ ҡармаҡлаусылар уға иғтибар ҙа итмәне. Юҡ, теге икәү берәүҙе лә күрмәй. Улар икәү генә ине был донъяла. Быға тиклем Марстың Миңзәләгә илтифат биргәне юҡ ине. Тап шул мәлдә ул Миңзәләгә ғашиҡ булды. Оло мөхәббәт барлығын аңланы. Ошо мөхәббәтте тартып алғыһы, ҡыҙҙың тик уға ғына төбәлеүен, уға ғына ҡарап йылмайып, уға ғына баш ҡағыуын теләне. Был донъяла Марс былай ҙа күп нәмәне тартып алды, күп нәмәне үҙенеке итте. Мөхәббәтте тартып алып булмай икән. Кешене буйһондороп та, ҡурҡытып та була. Мәжбүр итеп тә. Ләкин мөхәббәтте буйһондороп булмай икән.

Fәзиздең күҙҙәре ҡалай янып китте. Яратҡан. Һаман яратҡан. Һаман бер-береһен яратҡандар.

Ошо көмөш балдаҡты әбейе ғүмер буйы таҡты. Һалмай таҡты. Ә яҙыуы барлығын Марс белмәй ине. Тимәк, теге ваҡыт Миңзәлә уны йәйенгә тапшырған. Шуның өсөн генә килгән. Бик кәйефләнеп, имшеп ҡайтты шул. Һауығыр, йәшәр кеүек ине. Ниңә ошо йәйенде тоторға тип, балаларын ҡотортто һуң үҙе?!

– Атай, һиңә нимә булды?

Ҡарт ултыра төштө, торорға итте, хәле етмәне.

 

Fәзиз ҡарт йәйен төйәк иткән ергә бармай түҙмәне. Элекке урынды танымайынса бер талай иҫ-аҡылы китеп торҙо. «Йә инде, ниңә былай йыртҡыстарса ҡыланырға? Эргә-тирәләге таштарына тиклем ҡуптарып алып ташлағандар. Быныһы бөтөнләй артыҡ ине».

Кем үҙ өйөн болартыуҙарына риза булһын, ти инде? Ташы таш, барыбер туҙышып ятмаһындар. Бабай яр буйын рәтләне. «Ни ҡәҙәр эре ҡыланһаҡ та, һәммәбеҙ ҙә ошо тәбиғәткә ҡайтабыҙ. Йоҡларға. Әле бәләкәсендә ҡунып ҡына йөрөйбөҙ. Эъе, ҡунаҡбыҙ. Олоһона мәңгегә ҡайтасаҡбыҙ. ¤лкәненә нығыраҡ иғтибар кәрәк. Ә монафиҡтар бәләкәсен мәңгелек йәшәү урыны тип уйлай».

Эшен бөтөргәс, ултырып хәл алды. Әллә ойоно, әллә ысынында шулай булды – бер аҡ һын эргәһенә килде. Ел булып битенә ҡығылып үтте.

«Бөтә яратышҡандар ҙа ҡауыша алмай. Һөйгәнеңде һаҡлау ҡауышыу теләгенән юғарыраҡ. Һин дә, мин дә фани. Был донъя фани. Ә мөхәббәт ҙур. Ул юҡҡа сыҡмай. Ваҡыт уны ҡартайтмай. Мин бит һине мәңгелек донъяла ҡаршы алып торасаҡмын. Әҙерләнеп көтөп торор өсөн киттем унда. Мин бит беләм, һин минең ҡаршы алыуымды ғына теләйһең. Ҡапҡаһын асып торормон. Был һинең мәңгелек изге, яҡты хыялың. Нишләп хыялдар бойомға ашмаһын? Хыялдар бойомға аша, Fәзиз. Мөхәббәттең көсө лә шунда». Ҡарт тирә-йүнгә күҙ йүгертте. «Һе, – тип уйланы. – Ҡайҙан был тиклем матур һүҙҙәр? Миңзәлә улай әйтә алмай. Мәрхүмә нисек әйтһен, ти инде?» Төш күрҙеме әллә? Юҡ, күҙгә йоҡо эленмәне. Берәй кино-фәләндә геройҙар шулай һөйләшкәндер ҙә, шул иҫкә төшкәндер. Юҡ, Fәзиз кино ҡарарға яратмай. Бәлки китапта уҡығандыр? Матур һүҙҙәр хәтерҙә уйылып ҡала бит ул. Ҡалай булһа ла, шифалы һүҙҙәр былар. «Бәлки үҙемде йыуата торған һүҙҙе үҙем уйлап сығарғанмындыр? Шулай йәшәүе лә еңелерәк тә баһа… Юҡ, нишләп минеке булһын ти инде? Минме һуң шундай һүҙҙе әйткән кеше?..»

 

Кәрим улы ҡайтып киткәс, ҡарт бөтөнләй күңелһеҙләнде. Ейәне хәҙер көҙгө каникулға ғына киләсәк. Уға тиклем кем менән шулай бирелеп, иркенләп һөйләшеп булыр икән? Ауыҙ асып уны тыңлаусы Кәриме кәрәк. Юҡһыныуын баҫыр өсөн, йылға буйын ҡыҙырырға сығып китте. Әллә ниндәй серле һиллек биләп алды тирә-йүнде. Ҡандай таҙа, саф уның Бөрмәсәһе! Эйе, ана, Fәзизде генә көткәндәй, бәрлеләр емелдеге сыға. Ҡарт ҡыуанды. Бар әле бәрле, бар. Быйыл хатта күбәйгән дә һымаҡ. Ул яңғыҙ түгел өлкән йортта!

Йылғалар ҡорорға тейеш түгел, улар диңгеҙҙе үҙ ағышында, үҙ тәбиғилегендә тулыландырһын. Ә диңгеҙ уларҙың баһаһын белһен, ҡәҙерләһен. Йылғалар ҡоромаһа, тормош та булыр. Ауылдар ҙа бөтмәҫ. Мәктәпте ябабыҙ, уныһын-быныһын күсереп алып китәбеҙ, имеш. Көсләп күсерәләр, көсләп бәхетле итәләр… Хәлдәренән килһә, халыҡтың йәнен дә теләгән ваҡытта алып, теләгән ваҡытта биреп, ә теләмәгән ваҡыттарында бөтөнләй бикләп кенә ҡуйырҙар ине. Аллаһының бөйөк ҡөҙрәте – быныһын булдыра алмайҙар. Ә халыҡ бит күптән тыуған. Халыҡ мең йәште үткән. Яңыраҡ тыуғандар унан үҙҙәрен ғилемлерәк тип уйлаймы? Вазифа мәңгелек түгел, иң оҙаҡ тигәндә лә, бер нисә тиҫтә йыл ғына. Ләкин шул арала күпме зыян яһап өлгөргәндәр ҙә бар. Бөтмәҫ әле ауыл, бөтмәҫ. Ҡайҙа йәшәргә яҡшыраҡ икәнен өйрәтеүселәр килә тора, китә тора, ә халыҡ ҡала…

Ҡасандыр йәйен дуҫы йәшәгән ҡумырыҡҡа ҡарап, ҡарт шулай уйланды. Ҡапыл тертләне.

Ике антеннаһын ҡуйып, уның уйҙарын йәш йәйен тыңлай ине.

– Һаумы, Йәйен!

Ҡарт башындағы түбәтәйе менән битен һөртөп алды. Кипкән, кипшегән иренен, ҡара янған бураҙналы маңлайын, төк баҫҡан сикәһен һыпырҙы. Был мәлдә уның күҙ тирәһендәге бөтөн сырыштары ла көлә ине.

Аҙағы.

 

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
Читайте нас: