ҺЕҘҘӘ – ТАЖЛЫ ЗӘХМӘТТЕҢ ҺИНД ШТАМЫ...
Юмореска
Гәзиттәрҙә яҙылыуынса, билдәле һығымталарға нигеҙләнеп, шуны раҫларға мөмкин: табип һөнәренең абруйы һәм был профессияға ихтыяж бығаса булмаған бейеклеккә күтәрелде. Эш шуға бара, хәҙер һәр кем – үҙенә табип һәм белгес. Таяҡ ике башлы булған һымаҡ, хатта үҙешмәкәр “табиптар” дипломлыларға ҡарата көслө генә көндәшлек тыуҙырыуы ла бик ихтимал. Бына ошо миҫалға бер дәлил.
Беҙҙең ойошмала эшкә лә, күҙгә лә бик үк салынып бармаған Ғәбделйән исемле хеҙмәткәр бар. Уның һымаҡ тажлы зәхмәттән һаҡланған, әйләнгән һайын ҡулын һабынлап һәм махсус эретмә менән йыуған кеше юҡ, тип әйтергә мөмкин. Ике ҡат битлек кейеп, дауаханаға аҙна буйы йөрөнө, әллә күпме анализ тапшырҙы, ришүәт төрттө, ләкин табиптар дөрөҫ диагноз ҡуя алманы. Ә бына беҙҙә вахтер булып эшләгән, тәүлек киҙеүҙә йоҡлап, ике тәүлек өйөндә ял иткән Әхмүш Ғәбделйәндең бөгөн иртәнән алып, бер сәғәт эсендә бәҙрәфкә дүрт тапҡыр барып килеүен күреп, ҡайғылы һәм ҡурҡыныс ҡиәфәт менән:
– Ғәбделйән Фердинантович! Яңылышмаһам, һеҙҙә – “Ковид-19”-ҙың һинд штамы, – тип кенә әйтте.
Тегеһенең ҡарауылсы ҡуйған диагнозды яҙып алыуы, шул ыңғай дауаханаға барып етеүе һәм әлеге диагноз менән ковид-госпталгә эләгеүен әйт әле.
Әхмүштең абруй китте күтәрелеп, ярты сәғәт эсендә үҙен Әхмәт Яхъяевичҡа әйләндереп, буш торған бүлмәне биреп, тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеүҙе ойоштороп та ебәрҙеләр. Ике секретарь-машинистка, шәхси иномарка, иң ҡиммәтле ресторанда төшкө аш, әлбиттә, артығыраҡ күренер.
Шулай, йәмәғәт, элек сөскөрһәк берәйһе аңдып, иҫән-һау булығыҙ, тип әйтһә, шунда уҡ хәл яҡшыра торғайны. Хәҙер ул ғына етмәй. Мотлаҡ етди һәм көслө дәлилдәр кәрәк. Әхмүш, ғәфү үтенәм, Әхмәт Яхъяевич, гәзит уҡый торғандарҙан түгел, ләкин береһен уҡыған. Ә унда һинд штамы хаҡында яҙылған булған. Бына бит, һирәк-мирәк гәзит уҡыуҙан да бик ҙур файҙа алырға мөмкин икән.
Артур Василов һүрәте.