+15 °С
Болотло
Больничныйымды яптырырға тип табип кабинетында ултырам. Ул анализдарымды ҡарағанда шәфҡәт туташы инде.
– Регина, ни эшләп йөрөйһөң? – тип һораны табип. – Һин отпускыла түгелме һуң?
– Эйе, – тине шәфҡәт туташы.
– Улайһа, ниңә ял итмәйһең, бында буталып йөрөйһөң?
– Мин бер ярым ставкаға эшләйем бит. Ставканан ял бирҙеләр, әле ҡалған ярты ставкаға эшләп йөрөйөм.
– ...
– Ярты ставкаңа киләһе айҙа ял итерһең, тинеләр. Бынағайыш, бер ярым ставкаға эшләһәң, шулай ҙа була икән.