+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
14 Июль 2021, 23:29

РЕСТОРАН... МЫСЫР...

Алдымдан егерме йәштәр тирәһендәге егет менән ҡыҙ бара. Егет алдан атлай, ҡыҙ саҡ ҡына арттараҡ. Егет артына боролмайынса ниҙер һөйләй. Ҡыҙ өндәшмәй. Ҡапыл ҡыҙ кәштәләге ниндәйҙер әйберҙе ҡарарға туҡтаны. Егет атлауын дауам итте. Мин дә атлайым. Яҡынайғас, уның тауышын ишеттем:

РЕСТОРАН... МЫСЫР...
РЕСТОРАН... МЫСЫР...

Алдымдан егерме йәштәр тирәһендәге егет менән ҡыҙ бара.

Егет алдан атлай, ҡыҙ саҡ ҡына арттараҡ. Егет артына боролмайынса ниҙер һөйләй. Ҡыҙ өндәшмәй. Ҡапыл ҡыҙ кәштәләге ниндәйҙер әйберҙе ҡарарға туҡтаны. Егет атлауын дауам итте. Мин дә атлайым.

Яҡынайғас, уның тауышын ишеттем:

– Эйе, эйе, ғәйеп миндә шикелле. Һине ресторанға саҡырам, унда беҙҙең талашҡанды оноторһоң. Ни теләһәң, шуға заказ бирермен. Миңә асыуланма инде... Ә көҙ Мысырға барырбыҙ. Унда йылы... диңгеҙ... ял... Диңгеҙ ярындағы биш йондоҙло отелдә йәшәрбеҙ. Дайвинг... Һин ризамы?..

Һәм миңә борола...

– Риза! – тип яуаплайым.

Егеттең күҙҙәре сынаяҡ ҙурлыҡ булды. Бер килке телгә килә алмай торҙо. Шунан башында нимәлер келт итте шикелле, хәйләкәр йылмайҙы:

– Минеке ресторан, Мысыр хаҡында ишеттеме?

– Юҡ.

– Яҡшы, уның урынында һин булғаның өсөн рәхмәт!

Боролдо ла ҡыҙы янына барҙы:

– Һөйөклөм, әйҙә, ярашайыҡ! Кино ҡарап сығайыҡ!

Автор:Н. ОМОРҘАҠОВ.
Читайте нас: