+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
15 Июль 2021, 23:22

ИКМӘК ТОТОП АНТ ИТӘМ

– Нимә тип эсәһең инде, ҡустым! Был һүҙҙе уға нисә тапҡыр ҡабатлағанымды үҙем дә иҫләмәйем. Күргән һайын һалмыш, осраған һайын “үлеп бара”. Сәбәбен дә табып тора.

ИКМӘК ТОТОП АНТ ИТӘМ
ИКМӘК ТОТОП АНТ ИТӘМ

– Нимә тип эсәһең инде, ҡустым!

Был һүҙҙе уға нисә тапҡыр ҡабатлағанымды үҙем дә иҫләмәйем. Күргән һайын һалмыш, осраған һайын “үлеп бара”. Сәбәбен дә табып тора.

– Эй, ағай, бөгөн шунса ғына эш хаҡы алдым. Йә, шул хәйерсе аҡсаһына нисек йәшәмәк кәрәк! Асыуҙан эстем дә ҡуйҙым! Юҡ, бүтән грамм да ҡапмайым!

Ике аҙна элек ҡайтҡанда ла “егет булғайны”.

– Һин, ағай, мине гел шулай йөрөй тип уйлайһыңмы? Юҡ! Бисәкәйгә йән көйөп инде. Юҡ, ошонан башҡа ауыҙға тамсы ла алмайым. Бына икмәк тотоп ант итәм.

– Мин һиңә хәҙер ышанмайым!

– Һин нимә, ағай! Мине бөтөнләй бөткән кеше тип уйлайһыңмы! Алкаш тип уйлайһыңмы!? – Ул ярһып китә.

Кисә йәнә уны күрҙем. Йөҙө ҡарағыһыҙ булып шешенгән, төҫө ҡасҡан.

– Уй, ағай, кисә ауылда берәүгә нигеҙ ҡорғайныҡ. Шунда бөтәһе эскәндә нисек инде суфый һымаҡ тормаҡ кәрәк. Кеше көлдөрөп. Эстем дә ҡуйҙым. Күп түгел инде.

Ҡустым минең күҙгә мөлдөрәп баҡты.

– Шуға бөгөн баш аҡтарылып килә. Баш төҙәтергә берәй йөҙ һум ғына  биреп тор әле. Башҡаса ауыҙға ла алмайым бына. Икмәк тотоп ант итәм.

Автор:Венер ИСХАҠОВ.
Читайте нас: