+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
15 Июль 2021, 23:43

ҠУҠЫШ

Бөгөн иртән фирмабыҙҙың офисы урынлашҡан бизнес үҙәгенә барҙым. Былай ғына түгел, баш бухгалтер ярҙамсыһы вазифаһына дәғүә итеүселәр менән әңгәмәләшергә барҙым. Тик машинаны ҡайҙа ҡалдырырға? Минең алда ғына һөйкөмлө бер туташ арбаһын арҡыры ҡуйҙы. Ә урын икебеҙгә лә етә ине. Әҙәпле генә итеп әҙәмсә ҡуйыуын үтендем. Теге яуап урынына ҡуҡыш күрһәтте. Киткәндә артына ла боролоп ҡараманы…

ҠУҠЫШ
ҠУҠЫШ

Бөгөн иртән фирмабыҙҙың офисы урынлашҡан бизнес үҙәгенә барҙым. Былай ғына түгел, баш бухгалтер ярҙамсыһы вазифаһына дәғүә итеүселәр менән әңгәмәләшергә барҙым. Тик машинаны ҡайҙа ҡалдырырға?

Минең алда ғына һөйкөмлө бер туташ арбаһын арҡыры ҡуйҙы. Ә урын икебеҙгә лә етә ине. Әҙәпле генә итеп әҙәмсә ҡуйыуын үтендем. Теге яуап урынына ҡуҡыш күрһәтте. Киткәндә артына ла боролоп ҡараманы…

Офисҡа индем. Әңгәмәләшергә килгән өс ҡыҙ ултыра. Араларында миңә ҡуҡыш күрһәткән туташ та бар.

Йә, ярай, хәҙер күңел асабыҙ, тип уйлайым. Танымаҫ, мине ныҡлап ҡарап торманы. Иң аҙаҡтан саҡырҙым. Фирмабыҙҙың эшен телем талғансы маҡтаным, ҡулымдан килгәнсә фәстерҙем, шыттырҙым. Йәнәһе, йомшаҡ эш графигы, 100 процент социаль пакет, фитнес, фирма иҫәбенә путевкалар, сит илдә уҡыу, шунда уҡ командровкалар, эш хаҡы – 1500 евро, түләүле ике аҙналыҡ Яңы йыл каникулы һәм башҡалар. Былар төшөңә лә ингәне юҡтыр әле!

Шунан усаҡҡа кәрәсин өҫтәнем: резюмең бик һәйбәт, беҙгә тулыһынса тап киләһең.

Туташ ҡыуанысынан ни эшләргә лә белмәй айҙай балҡып ултыра.

Дауам итәм:

– Әммә бер проблема бар. Беҙ арбаһын әҙәмсә ҡуйыуҙы үтенгәндә ҡуҡыш күрһәтеүселәрҙе эшкә алмайбыҙ.

Туташ күҙ асып йомған арала юғалды. Быға хәтлем берәүҙең дә кабинетымдан был тиклем атылып сығып киткәне юҡ ине әле.

Автор:Х. ШӘЙХУЛЛИН.
Читайте нас: