Бер дуҫ икенсеһенә:
– Их, шайтан алғыры, янсығымды онотҡанмын, ә миңә 100 тәңкә етмәй. Биреп тормаҫһыңмы?
– Мә, тот!
Иртәгәһенә.
– Мин һиңә 100 тәңкә тейешме?
– Эйе.
– Мин бөгөн дә янсығымды онотҡанмын. Тағы ла 400 тәңкә биреп тор әле, мин һиңә теп-теүәл 500 тәңкә бурыслы булып ҡаласаҡмын.
– Яҡшы.
Иртәгәһенә.
– Мин һиңә 500 тәңкә бурыслымы?
– Эйе.
– Мин тағы ла янсыҡһыҙ. Әйҙә, һин миңә тағы ла 1500 тәңкә биреп тор, ә мин һиңә 2000 тәңкә би рермен.
– Йә, ярай.
Иртәгәһенә.
– Мин һиңә 2000 тәңкә бурыслымы?
– Бурыслы.
– Әйҙә, иҫәп-хисап теп-теүәл булһын өсөн мин һинән тағы ла 3000 тәңкә алып торам. Шунан 5000 тәңкә итеп ҡайтарырмын.
– Ни хәл итәһең, әйҙә.
Иртәгәһенә.
– Мин һиңә 5000 тәңкә бурыслымы?
– Юҡ.