Дуҫымды ҡатыны әрләгәненә шаһит булдым. Хәләле енләнә генә, ҡулдарын болғай-болғай ҡысҡырына. Илһам тыныс ҡына телефонын алды ла тегене видеоға төшөрә башланы. Бер аҙҙан Луиза иренең ни эшләгәнен күреп ҡалды:
– Быныһы тағы нимәгә?
– Кис. Тышта ямғыр яуа. Мин яңғыҙым. Моңһоу. Видео ҡарай-ҡарай ниңә айырылышыуыбыҙ хаҡында уйлайым. Эйе, бына шулай!
Луиза шунда уҡ ауыҙын япты.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың былай тиҙ тынысланыуын беренсе тапҡыр күрҙем.