+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
17 Июль 2021, 21:58

АҠСА АЛҒАНДА

Аҡса кәрәк булды, ул һаҡлыҡ банкында ҡатынымдың иҫәбендә ята. Артабан һүҙ уға. – Банкыға барҙым, талон алдым, сиратта торҙом, тәҙрә янына килдем. 50 мең һум аҡса алырға теләйем, тинем. Оператор ҡыҙ документтарҙы алды, барыһын да тикшерҙе,“яҡшы”тине лә тынып ҡалды. Тик ултыра, бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Нимәлер көтә.

АҠСА АЛҒАНДА
АҠСА АЛҒАНДА

Аҡса кәрәк булды, ул һаҡлыҡ банкында ҡатынымдың иҫәбендә ята. Артабан һүҙ уға.

– Банкыға барҙым, талон алдым, сиратта торҙом, тәҙрә янына килдем. 50 мең һум аҡса алырға теләйем, тинем. Оператор ҡыҙ документтарҙы алды, барыһын да тикшерҙе,“яҡшы”тине лә тынып ҡалды. Тик ултыра, бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Нимәлер көтә.

– Берәй нәмә булдымы әллә? Кемде көтәбеҙ?

 – 50 мең һум аҡса алыр өсөн икенсе операторҙың раҫлауы кәрәк, ә ул әле буш түгел.

– Мин 50 мең генә алам, күп түгел.

– 50 меңдән башлап беҙҙә программа тыйылған. Икенсе операторҙы көтөгөҙ, ул әле клиент менән килешеү төҙөй, биш минуттан бушай.

– Ярай. Улайһа, мин 49 мең 999 һум алам. Былай яраймы?

Оператор йәнә уйға тала.

– Эйе, һеҙҙең ҡайтармаға 1 һум аҡсағыҙ булырмы?

Оператор ҡатыныма – 50 мең, ә ҡатыным уға 1 һум бирә. Өйгә ҡайтты, миңә һөйләне, рәхәтләнеп көлдөк.

–Тағы ла 1 һум алырға яраймы, тип һорайһың ҡалған, тинем.

Автор:И. ФӘРӘХЕТДИНОВ.
Читайте нас: