+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
17 Июль 2021, 22:21

ТАЛАП

Туйҙан һуң ярты йыл үттеме, юҡмы,ҡоҙа менән ҡоҙағый килеп, ишегебеҙҙе ҡаҡтылар. Тәү ҡарауҙан уҡ һиҙендем – былар юҡтан ғына йөрөмәйҙер. Бик етдиҙәр, ҡараштары көсөргәнешле. Оло ҡоҙағый сирләп тора тиҙәр ине, әллә үлеп киттеме икән? Йәше лә йөҙгә етеп бара тигәйнеләр шикелле. Ләкин хәл ҡарсыҡтан да ҡатмарлыраҡ булып сыҡты.

ТАЛАП
ТАЛАП

Туйҙан һуң ярты йыл үттеме, юҡмы,ҡоҙа менән ҡоҙағый килеп, ишегебеҙҙе ҡаҡтылар. Тәү ҡарауҙан уҡ һиҙендем – былар юҡтан ғына йөрөмәйҙер. Бик етдиҙәр, ҡараштары көсөргәнешле. Оло ҡоҙағый сирләп тора тиҙәр ине, әллә үлеп киттеме икән? Йәше лә йөҙгә етеп бара тигәйнеләр шикелле. Ләкин хәл ҡарсыҡтан да ҡатмарлыраҡ булып сыҡты.

– Һеҙ туй ваҡытында ишеткәнһегеҙҙер, улыбыҙ Булаттың уҡытыусылары, дуҫтары уға ижади уңыштар, ҡаҙаныштар, еңеүҙәр теләне, – тип ярһып башланы һүҙен ҡоҙам. – Ул – быйыл сәнғәт институтына ингәндәр араһында иң көслөһө. Скрипкала берәү ҙә уның һымаҡ уйнай алмай. Былтыр халыҡ-ара конкурста уға хатта Страдивари эшләгән скрипканы тотоп ҡарарға рөхсәт иткәндәр. Бындай ышанысты уға ғына күрһәткәндәр.

– Ә, ишеттек беҙ уны, бик ҡыуандыҡ! Страдивари үҙе рөхсәт иткән икән, тип ишеттемсе. Кейәүҙе оҡшатҡас, рәхмәт инде! – тип һүҙгә ҡушылғайным, ҡатын ныҡ итеп төрттө. Үҙем дә аңламаным.

– Эйе-эйе, кемдең скрипкаһын һөйләне әле ул? – тип һүҙгә ҡушылды ҡатыным.– Тик үҙе килә алмаған шикелле. Үтегеҙ, аш бешеп килә, сәй эсербеҙ!

– Юҡ, беҙ туҡбыҙ! – тине ҡоҙағый бер изгелек тә, яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәгән тауыш менән. – Ә һеҙ улыбыҙҙы һеҙҙең ҡыҙығыҙға ни өсөн өйләндергәнебеҙҙе беләһегеҙме?

– Нисек белмәҫкә? Улығыҙ беҙҙең ҡыҙыбыҙҙы ярата, – тип мөңгөрҙәнем мин. – Улар әле  баҡсала, саф һауала күңелле итеп...

– Ужас! Баҡсала! Һеҙ уға ер ҡаҙырға ҡушмағанһығыҙҙыр ул? – тип аһылданы ҡоҙам.

– Ҡушманы тип... Үткән аҙнала уҡ вис баҡсаны ҡаҙып сыҡты ул. Оҡшаны, бармаҡтарым яҙылып ҡалды,тине. Әле йорт һалалар, кейәүебеҙ кирбес һалырға өйрәнде! – тинем аптыранып.

Фатирға әллә корвалол, әллә валидол еҫе таралды.

– Үлтерҙегеҙ! Харап иттегеҙ! – тип ыңғырашты ҡоҙағый.  – Һеҙ уның бармаҡтарын юҡҡа сығарғанһыҡыҙ! Уға көрәк, кирбес түгел, ҡалаҡ тоторға ла ярамай! Бармаҡтарының нескә ҡылдарҙы уйнатыу һәләтенән мәхрүм иткәнһегеҙ! Беләһегеҙме, беҙ ни өсөн улыбыҙҙы өйләндерҙек?

– Ә ни өсөн һуң? – тинем мин.

– Улыбыҙ теләһә ҡайҙа аҙып-туҙып, теләһә ниндәй аҙғын ҡыҙҙар менән аралашмаһын өсөн. Етмәһә, һеҙҙең ҡыҙығыҙ иҙәнде үҙе йыуа, магазинға йөрөй, эшләй, тип уйлағайныҡ. Ә бер көн барһаҡ, нимә күрәбеҙ, улыбыҙ иҙәнде йыуып бөткән дә урамда келәм ҡағып йөрөй! Хәҙер магазинға барып, картуф алып ҡайтам, ти.

– Эйе, эйе! Улығыҙ хатта ҡыҙыбыҙы ярата! –тип ҡыуанып китте ҡатыным. – Бер эш тә рөхсәт итмәй! Һәйбәт тәрбиәләгәнһегеҙ! Ҡыҙыбыҙ алдында өлтөрәп тора!

– Ә беҙ уны эшләр өсөн үҫтермәнек! Улыбыҙ скрипка уйнап, донъя сәхнәләрен яуларға, ғүмерен музыкаға бағышларға тейеш! Ә һеҙҙең ҡыҙығыҙ нимә эшләгән, беләһегеҙме?

 – Уф, белмәйбеҙ! Бер-бер хәл булдымы әллә? – тип ултыра төштө ҡатыным.

– Белмәһәгеҙ, белегеҙ! Һеҙҙең ҡыҙығыҙ бәпесләргә йыйына! Әйтергә лә уңайһыҙ, өйләнешеүҙәренә ярты йыл, ә ике айлыҡ ауыры бар.

– Ысынлапмы? Ниндәй шатлыҡ! Ура! Беҙ өләсәй-олатай булабыҙ! Һеҙҙе ҡотлайбыҙ! – тип мин үрле-ҡырлы һикереп алдым. – Әйҙә, үтегеҙ, “йыуайыҡ”! Бер шешә үҙебеҙ эшләгән бәлзәм  бар.

– Һеҙ нимә,  көмөшкә эсергә мине кем тип уйлайһығыҙ? – тип ҡаты итеп өндәште ҡоҙам. – Мин хәҙер виски ғына эсәм! Уныһы ла шотландтыҡы булһа ғына. Ә инде ҡыҙығыҙға килгәндә, беҙҙең ҡәтғи талабыбыҙ бар!

– Эйе, ҡоҙағыҙ дөрөҫ әйтә, һеҙҙең ҡыҙығыҙ музыка донъяһының яңы үҫеп килгән даһийының киләсәген тамырынан юҡ итәсәк. Беҙҙең улыбыҙ оҙаҡламай, ярты йылдан халыҡ-ара фестивалгә барырға йыйына ине. Һеҙҙең ҡыҙығыҙ уның пландарын юҡҡа сығарасаҡ. Шуға ҡыҙығыҙ менән һөйләшегеҙ!

– Борсолмағыҙ! Бер үк борсолмағыҙ! Ҡыҙыбыҙ улығыҙ алдында өлтөрәп кенә тора. Рәхмәт инде һеҙгә, ҡоҙа, иҫән-һау булығыҙ, ҡоҙағый! Шундай шатлыҡлы хәбәр килтергәнһегеҙ! Хатта ышанғы ла килмәй!

– Ышанырға тура киләсәк, сөнки ул беҙҙең бөтә пландарҙы, уй-ниәттәрҙе юҡҡа сығарыуы ихтимал. Әгәр ошо конкурста еңһә, Булатҡа Страдивариҙың скрипкаһын тотоп ҡына түгел, уйнатып та  ҡаратасаҡтар!

– Ҡайһылай шәп! Ә Страдивари ҡарт үҙе буламы? Үткәнендә ни эшләп килә алманы икән? – тип өндәшеүемә ҡатыным был юлы нығыраҡ төрттө.

– Миңә һеҙҙең был мәсьәләне көлкөгә әйләндереүегеҙ оҡшамай! – тине ҡоҙам. – Сөнки Страдивариҙың күптән үлгәнен һеҙ белергә тейеш!..

– Ғәфү итегеҙ, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам! Ишетмәй ҡалғанмын! Өлкән ҡоҙағый ни хәлдә?

– Уға нимә булһын!? Ул да һеҙҙең һүҙҙе һөйләй, бүләсәрем тыуа, тип ҡыуанып йөрөй, – тип ыңғырашҡандай һөйләнде ҡоҙағыйым. – Ҡыҙығыҙға әйтегеҙ, Булаттың яҙмышы уның ҡулында.

– Бер үк борсолмағыҙ, ҡоҙағый! Һөйләшербеҙ, әйтербеҙ! Ҡыҙыбыҙ тыңлаусан,һүҙебеҙҙе йыҡмаҫ! – тинем мин ышаныс менән. – Әйҙәгеҙ, үҙҙәре янына баҡсаға барайыҡ.

 – Дөрөҫ! Барып төшәйек тә дүртәүләшеп хәл итеп ҡайтайыҡ! – тип йөҙө асылып китте ҡоҙағыйҙың. – Улар әле йәш, өлгөрөрҙәр! Ниңә ҡабаланырға?

– Ҡайҙа ҡабаланырға? – тип аптыранды ҡатыным.

– Нисек ҡайҙа? Бала табырға, – тине ҡоҙағый. – Әлегә ҡабаланмаһындар.

– Быны нисек аңларға?

– Нисек бар, шулай аңларға – ҡабаланмаҫҡа, – тине ҡоҙа.– Ҡыҫҡаһы, ҡыҙығыҙ бәпесләүен туҡтатып торһон.

Беҙ икебеҙ ҙә ултыра төштөк. Нисек туҡтатырға?

 – Юҡ инде! – тине ҡатыным. – Беҙ был көндө ҡырҡ йыл буйына көттөк, бер ваҡытта ла баш тартмаясаҡбыҙ! Көтмәгеҙ ҙә!

– Ә беләһеҙеме, мин һеҙгә нимә әйтәм? Улығыҙ, беҙҙең кейәү, ҡыҙыбыҙҙың ире, Булатты әйтәм, ғүмер буйы төҙөлөштә эшләргә, кирбес һалырға, йорттар төҙөргә теләгән. Ә һеҙ уны бала саҡтан скрипкала уйнатып йонсотҡанһығыҙ. Ул уҡыуын ташлай, минең бригадаға кирбес һалыусы булып эшкә килә, ә киләһе йылға нефтянойҙың төҙөлөш факультетына ситтән тороп уҡырға инә, шунан төҙөлөш буйынса үҙ бизнесын аса. Ә хәҙер өҫтәлгә рәхим итегеҙ! Сәй эсәбеҙ ҙә баҡсаға ҡуҙғалабыҙ! Иң тәүҙә балаларҙы ҡотлайбыҙ! Һеҙ Булат һалған кирбес гаражды күрерһегеҙ. Аңлашылдымы?

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: