+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
21 Июль 2021, 22:40

БОТИНКАҢДЫ...

Беҙҙең журналистика факультетында оло йәштәге уҡытыусы ҡатын бар. Бер ваҡыт ул имтихан ҡабул итте. Үҙен насар тойғандыр, күрәһең, башын түбән эйгән, ҡулдарына таянған, арыған ҡарашы аҫҡа төбәлгән.

Бер егет билетҡа яуап бирә. Һәйбәт яуап бирә. Уҡытыусы тыңлай, бер һүҙ ҙә әйтмәй. Хатта уға күтәрелеп ҡарап та тормай зачеткаһына “отл.” ҡуя. Егет коридорға сыҡҡас, тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Янына дуҫы килә:

– Мин имтиханға әҙерләнмәнем! Хәлемә ин, минең урынға имтихан бир әле. Ул һиңә ҡарамаған, иҫендә лә ҡалдырмағандыр.

Ике-өс студенттан һуң егет ят зачетка менән яңынан инә, билет буйынса яуап бирә, яңынан “отл.” ала. Ике кешенән һуң тағы ла инә – йәнә бер дуҫын ҡотҡарырға кәрәк. Уҡытыусы ҡатын уны бүлдермәй тыңлай. Егет зачетканы һуҙа. Уҡытыусы зачетканы алып ҡулында әйләндергеләй ҙә кире ҡайтара:

– Их, егет, һис юғы ботинкаңды алыштырыр инең...

Автор:Б. ЯЛСЫҒОЛОВ.
Читайте нас: