+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
23 Июль 2021, 22:01

МИСКӘ ӨҪТӨНДӘ БЕЙЕҮ

Бер генә вагон һөйрәгән тепловоз һуңғы туҡталышына етте. Тиҙҙән ул, яңы юлаусыларҙы тейәп, кире елдерәсәк. Ситтәрәк бер төркөм ауылдаштарҙы осраттым. Араларында туғандарым да байтаҡ. Бөтәһе лә ҡыҙмаса, бөтәһе лә күңелсәк. Туй булған икән, әле аяҡ өҫтө генә һыйланалар – ҡоҙалар менән хушлашалар.

МИСКӘ ӨҪТӨНДӘ БЕЙЕҮ
МИСКӘ ӨҪТӨНДӘ БЕЙЕҮ

Бер генә вагон һөйрәгән тепловоз һуңғы туҡталышына етте. Тиҙҙән ул, яңы юлаусыларҙы тейәп, кире елдерәсәк.

Ситтәрәк бер төркөм ауылдаштарҙы осраттым. Араларында туғандарым да байтаҡ. Бөтәһе лә ҡыҙмаса, бөтәһе лә күңелсәк. Туй булған икән, әле аяҡ өҫтө генә һыйланалар – ҡоҙалар менән хушлашалар.

Берәүҙәре йырлай, берәүҙәре таҡмаҡҡа бейей. Күҙе тонған ағай гармун тысҡылдатҡан була, «хромка»һын ҡыҫтап-көсләп миңә тотторҙолар. Геүләтеп уйнап ебәрҙем. Китте бер заман күмәк бейеү – урыҫы ла, татары ла килеп ҡушылды. Ә бер һеңлекәшем дәү дуңғырҙаҡ мискә өҫтөнә менеп, өйрөлөп-сөйрөлөп, бармаҡ шартлатып бейергә кереште. Килештерә лә һуң! Ул кәүҙә, ул төҫ – ҡарлуғас елкенә тиерһең. Тиҙҙән бар ғаләм уға һоҡланып тамаша ҡыла ине.

Юл ыңғай ғына күргән ошо бейеү ғүмергә һеңде хәтергә. Ә бит ҙур-ҙур сәхнәләрҙә атаҡлы оҫталарҙы күргән кеше мин.

"Юл хикмәттәре"нән.

Автор:Сабир ШӘРИПОВ.
Читайте нас: