+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
24 Июль 2021, 23:22

БЕРӘҘӘК

Дуҫтарыбыҙҙа ҡунаҡта ултырабыҙ. Һәр ваҡыт була торғанса, хәмер етмәй ҡалды. Сәғәт туғыҙ тулып килә. Йорт хужаһы Марсты магазинға ебәрҙек. Ҡатыны уға сүп-сар тултырылған пакет тотторҙо: “Юл ыңғай ташлап китерһең”

БЕРӘҘӘК
БЕРӘҘӘК

Бәһлеүән кәүҙәле Марс контейнер янына барып, пакетты ырғыта. Ә унда кәрһеҙ генә бер ир соҡона. Марсҡа оят булып китә: ул илдә көрсөк хөкөм һөргәндә дуҫтары менән араҡы һемерә, затлы балыҡ ашай, ә кешеләр сүп-сарҙа соҡона… Ул ағайҙың тамағын туйҙырмаҡсы була. Был хаҡта уға хәбәр итә. Теге баш тарта, рәхмәт әйтә лә ситкә атлай. Ләкин Марстан былай ғына ҡотолормон тимә. Берәҙәкте көсләп магазинға алып бара. Унда хәмер алғас, меҫкен ағайға ла аҙыҡ-түлек алып бирә. Колбаса, һыра, икмәк, консервалар… Хушлашыр алдынан ҡәнәғәтлек тойғоһо менән ағайҙың иңбашынан ҡаға: “Бирешмәгеҙ!”

Таң ата. Марс “Рено”һын йылыта. Өшөмәҫ өсөн һикергеләп ала, эргәһендә үҙенән-үҙе йылынып ултырған “Лексус”ҡа көнләшеп ҡарай. Ун биш минуттан “Лексус”тың хужаһы сыға. Кисә Марс контейнер янында тап иткән ир! Пальтоһы шәп, ҡулындағы сәғәте Марстың машинаһынан да ҡыйбатыраҡ!

Марс  һорауһыҙ ҡала аламы? Теге ошоно һөйләй: “Мин яңылыш финанс документтары яҙылған флешканы ташлағанмын. Ҡараңғы төшкәнен көттөм дә контейнерҙа соҡонорға сыҡтым… Шунан һин килеп баҫтың”.

– Ниңә әйтмәнең һуң?

– Аңлатырға тырышып ҡараным, ә һин ҡолаҡ та һалманың! Икмәк шүрлегенә менеп төшөрһөң тип ҡурҡтым, шуға ни әйтһәң дә ризалаштым.

Автор:В. АЛЛАЯРОВ.
Читайте нас: