+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
24 Июль 2021, 23:04

ҒӘФҮ ҮТЕНЕҮ

Таксист булып эшләйем. Ял көндәрендә төнгө клубтан йыш саҡыралар. Ғәҙәттә, клиенттар һалмыш була. Был юлы клубтан ике ҡыҙ сыҡты, арыу ғына төшөрөп алғандар. Бер-береһенә яҡын ғына ике адрес атанылар. Береһе алға минең янға, икенсеһе артҡа ултырҙы. Ҡуҙғалдыҡ

ҒӘФҮ ҮТЕНЕҮ
ҒӘФҮ ҮТЕНЕҮ

Таң атып килә, әкрен генә музыка уйнай, салонда йылы, уңайлы, өҫтәүенә, хәмер, ҡыҙҙарҙы йоҡо баҫа. Көтмәгәндә эргәмдәге ҡыҙ иҫенә килеп ашыға-ашыға сумкаһын аҡтарырға тотондо. Телефонын алып баҫҡыланы. Арттағы әхирәтенең телефоны шылтырарға кереште. Артабан улар араһындағы һөйләшеү.

– Лена, сәләм! Һин мине ташлап киткәнем өсөн ғәфү ит инде. Әле таксиҙа ҡайтып барам.

– Юҡҡа борсолма, мин дә таксиҙа елдерәм, шулай булғас, всё о’кей!

Ҡыҙҙар телефондарын һүндерҙе. Өйҙәренә еткәнсе йоҡо һимерттеләр.

Ә мин юл буйы көлөүҙән саҡ тыйылып барҙым.

Автор:И. ШӘРИФЙӘНОВ.
Читайте нас: