+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
24 Июль 2021, 23:35

КЕМ АЛДЫ?

Уҡытыусы ҡулындағы китабын асыу менән өҫтәлгә ташланы. – Һуңғы тапҡыр һорайым: әйтегеҙ, Бастилияны кем алған? Уҡыусылар ләм-мим. Баштарын аҫҡа эйгәндәр ҙә, тын алырға ла ҡурҡып, шым ғына ултыралар. Уҡытыусы иң артта, иптәшенең киң арҡаһына ышыҡланып, бөкрәйеп ултырған малайға эйәк ҡаҡты. – Йә, кем алған Бастилияны? Тегеһе ҡолғалай буйлы малай сүгә бирҙе: – М-мин т-түгел. Күрмәнем...

КЕМ АЛДЫ?
КЕМ АЛДЫ?

Уҡытыусы ни әйтергә лә белмәне. Был тиклем оңҡотлоҡто уның быға хәтлем осратҡаны юҡ ине әле.

– Күрмәнем, имеш. Дүрәк! Етте, күпме түҙергә мөмкин?! Завучты саҡырам. Теләһә ни эшләтһен һеҙҙе!

Уҡытыусы кластан туҙынып сығып китте лә күп тә үтмәй уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдирен алып килде. Мөдир, юғары сөйөлгән танауына күҙлеген элгәс, ҡарашы менән класты байҡаны.

– Дә-ә, ошо көнгә төштөгөҙмө?! Оят! Пазор. Беҙҙә бындай хәлдең булғаны юҡ. Мәктәп тарихында ЧП был! Хәҙер үк Бастилияны кем алғанын әйтегеҙ! Йә, кем ҡулын һуҙҙы?

Класс – ләм-мим. Баштарын эйгәндәр ҙә шым ғына ултыралар. Кемдер көлөп ебәрҙе. Уның пырхылдауы үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күрһәтеү менән бер ине, мөдир туланы ла китте.

– Әле шулаймы һеҙ?! Апайығыҙҙың Бастилияһын сәлдереү генә етмәгән, көлөп тә ултыраһығыҙмы? Хәҙер үк директорҙы алып инәм. Әйттерер ул һеҙҙән, нибус.

Һәм ул, башын сайҡап, кластан сығып китте. Бер аҙҙан, йүгерә-атлай, ялт итеп директор килеп инде.

– Мин ашығам. Минең ваҡытым юҡ. Тиҙ генә Бастилияны кем алғанын әйтегеҙ! Әйтмәһәгеҙ, милиция саҡыртам. Ул әйттерер. Әйттереү генә түгел, ултыртып ҡуйырға ла күп һорамаҫ. Эште улай ҙурға ебәрмәйек, апайығыҙҙың Бастилияһын кире ҡайтарып бирегеҙ. Ғәфү үтенегеҙ. Юғиһә – милиция! Төрмә! Мәктәптә уғры-ҡараҡ булырға тейеш түгел! Һалығыҙ Бастилияны!

Уҡыусылар бер-береһенә ҡарашып ни көлөргә, ни иларға белмәйенсә аптырашта ҡалған. Ә тарих уҡытыусыһы бөтөнләй ҡойолоп төшкән. Ул, ыҡ-мыҡ килеп, ниҙер әйтмәксе була. Күҙҙәренән йәш бөртөктәре тәгәрәй. Ә бер мәлде ул – әллә аҡылына зыян килде – шарҡылдап көлөп ебәрҙе һәм аҡрын ғына өҫтәл аҫтына сүгә башланы.

– Бөттө баш. Бирегеҙ, кем алды Бастилияһын?! Үлтерәһегеҙ апайығыҙҙы...

Шул саҡ кластың алдынғы уҡыусыһы, һәр йылды иң күп макулатура йыйып тапшыра торған актив ҡыҙ тауыш бирҙе:

– Мин әйтәйемме?.. Париж ҡалаһындағы Бастилия крепосын 1789 йылдың 14 июнендә баш күтәргән революцион француз халҡы баҫып алған.

Әлеге яуапты ишеткәс, тарих уҡытыусыһына йән керҙе, ул өҫтәл аҫтынан ғына: “Ултыр, биш”, – тип бышылданы.

Автор:Ғәли ҒАТАУЛЛИН.
Читайте нас: