+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
29 Июль 2021, 22:25

ҠОЛАҠ ИШЕТМӘЙ

Отпускыға сыҡҡас,ҡолағым ауыртты. Самолетта бөтөнләй ишетмәй башланым. Ике аҙна дауаланғас ҡына ишетә башланым. Организмым ишетмәҫкә күнегеп өлгөргәнгә хәҙер ныҡ ишетәм. Будильник бер ваҡытта ла булмағанса ныҡ шылтырай. Машинала нәмәһелер шикле тыҡылдай, эргәмдәге кешеләр ҡысҡырып һөйләшә. Шунда байтаҡ йылдар элек курсташым менән булған хәл иҫкә төштө.

ҠОЛАҠ ИШЕТМӘЙ
ҠОЛАҠ ИШЕТМӘЙ

 

Ҡыш аҙағында курсташ әхирәтем Әлиә ниңәлер насар ишетә башланы. Хәле көндән-көн хөртәйҙе. Май айында минән бөтә лекцияларҙы күсереп яҙҙы, сөнки ул уҡытыусыларҙы бөтөнләй ишетмәй ине. Телефондан һөйләшеүе бер нисә һүҙҙән генә торҙо: “Ә?”, “Ни?”, “Аңламаным”, “Ҡысҡырыбыраҡ һөйлә!”

Ниһайәт, лекцияларҙан һуң йома көндө Әлиә отоларингологҡа яҙылды.

Дүшәмбелә ул тәүге парҙа иҫнәп ултырҙы, туҡтауһыҙ күҙҙәрен ыуҙы.

– Нимә, әллә кисә бик һәйбәт байрам иттеңме?

– Йома табипҡа барҙым, – тип һөйләне Әлиә. – Бер нәмә лә ишетмәйем, тим. Ул ҡолағыма ниндәйҙер инструмент тыҡты, нимәлер тартып сығарҙы. Шөр ебәрҙем, ҡолағымда ни тапты икән, тип уйлайым. Икенсеһенә тотондо. Унан да сығарҙы! Мин ишетәм. Ишетәм! Доктор: “Ҡолаҡтарыңа ҡасан  мамыҡ тыҡҡайның? – тип һорай. – Тартып алынған мамыҡҡа ҡарағанда, бер нисә ай барҙыр”.

Шунда ғына миңә барып етте. Ҡышҡы каникулда өләсәйемә ҡунаҡҡа барғайным, унда ауырыным. Температурам күтәрелде, ҡолаҡтарым атты. Өләсәйем табип саҡырҙы. Уныһы ҡолаҡҡа нимәлер тыҡты, кискә алып ташларһың, тине. Мин берәр мамыҡты алып ташланым, ә дарыулыһы эстә тороп ҡалған. Ярты йыл буйы тиерлек шулар менән йөрөгәнмен.

– Ә ниңә йоҡоң туйманы? Әллә ишетә башлауыңды билдәләнеңме?

– Юҡ! Хәҙер мин шул тиклем һәйбәт ишетәм, хатта йоҡлай алмайым, йә крандан һыу тама, йә өҫкө ҡаттағы күршеләр йөрөй. Һин күгәрсендәрҙең тәҙрә тышында нисек тапылдағанын күҙ алдына ла килтерә алмайһың!

Автор:Ы. ШӘРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: