-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
30 Июль 2021, 10:00

– Айырам!.. Айырылам!.. Хикәйә Икенсе өлөшө

Үҙе атлай, үҙе илай, кеше күрмәһен тип күҙ йәштәрен һөрткән була, ә эстән генә был Хужаны нисек аҡылға ултырға икән, тип этлектәр уйлай. Юҡ, был килеш башҡа бер йүнле фекер ҙә килмәй. Ҡара әле, ниндәй оятһыҙлыҡ был, йома көндө эштән ҡыуып ҡайтарһындар әле. Ҡәйнеше шулай уйлағандыр, аҙна аҙағында әйтермен, тигәндер. Бер ҡараһаң, уның ғәйебе лә бер сама ғына инде, колхозды үҙҙәре тарҡатып ташлағас, аҡса иҫәпләрлек кеше лә кәрәкмәй шул. Ә бит булды заманы, йәшәп ҡалдылар. Хужа тигәндәре исеме Илхат инде, ағай-ағаҡайым, еңгәм-еңгәкәйем тип, быларҙы ситкә типмәне. Хатта иген келәтенең асҡысын биргеләп торҙо, күпме кәрәк, шул хәтле ташынылар. Ит келәтенең асҡысы ла ҡулдарына төшкөләне, ите лә шәҡәре лә мулдан сыҡты. Көнбағыш майы, ана, һаман ултыра. Эх, ниндәй тормошто харап иттеләр, ҡәһәр һуҡҡырылар, юҡ иттеләр. Мәрзиә иң тәүҙә һарай тирәһен ҡараны. Ана, туптай булып быҙауы тора, эсенә тибеп китергә. Юҡ, Мәрзиә улай ҡаты ҡуллы түгел, үс тә һаҡлай белмәй, быҙауын яратып ҡына, эсенә тупылдата һөйөп кенә үтеп китте. Шунан өйөнә атланы, барып керһә, Барыйы тороп, яңы аш эсеп кенә йөрөй. Бәй, туғыҙ тулып бара, ул һаман эшкә сыҡмаған. Кеше аптырайҙыр инде, Мәрзиәнең айыу һымаҡ ирҙе аҫырауына.– Саҡ торҙоңмы? – тине Мәрзиә, утҡа саҡ ҡына кәрәсин һипте.

– Айырам!.. Айырылам!.. Хикәйә Икенсе өлөшө
– Айырам!.. Айырылам!.. Хикәйә Икенсе өлөшө

– Айырам!.. Айырылам!..
Хикәйә
Икенсе өлөшө
Үҙе атлай, үҙе илай, кеше күрмәһен тип күҙ йәштәрен һөрткән була, ә эстән генә был Хужаны нисек аҡылға ултырға икән, тип этлектәр уйлай. Юҡ, был килеш башҡа бер йүнле фекер ҙә килмәй. Ҡара әле, ниндәй оятһыҙлыҡ был, йома көндө эштән ҡыуып ҡайтарһындар әле. Ҡәйнеше шулай уйлағандыр, аҙна аҙағында әйтермен, тигәндер.
Бер ҡараһаң, уның ғәйебе лә бер сама ғына инде, колхозды үҙҙәре тарҡатып ташлағас, аҡса иҫәпләрлек кеше лә кәрәкмәй шул. Ә бит булды заманы, йәшәп ҡалдылар. Хужа тигәндәре исеме Илхат инде, ағай-ағаҡайым, еңгәм-еңгәкәйем тип, быларҙы ситкә типмәне. Хатта иген келәтенең асҡысын биргеләп торҙо, күпме кәрәк, шул хәтле ташынылар. Ит келәтенең асҡысы ла ҡулдарына төшкөләне, ите лә шәҡәре лә мулдан сыҡты. Көнбағыш майы, ана, һаман ултыра. Эх, ниндәй тормошто харап иттеләр, ҡәһәр һуҡҡырылар, юҡ иттеләр.
Мәрзиә иң тәүҙә һарай тирәһен ҡараны. Ана, туптай булып быҙауы тора, эсенә тибеп китергә. Юҡ, Мәрзиә улай ҡаты ҡуллы түгел, үс тә һаҡлай белмәй, быҙауын яратып ҡына, эсенә тупылдата һөйөп кенә үтеп китте. Шунан өйөнә атланы, барып керһә, Барыйы тороп, яңы аш эсеп кенә йөрөй. Бәй, туғыҙ тулып бара, ул һаман эшкә сыҡмаған. Кеше аптырайҙыр инде, Мәрзиәнең айыу һымаҡ ирҙе аҫырауына.
– Саҡ торҙоңмы? – тине Мәрзиә, утҡа саҡ ҡына кәрәсин һипте.
Аһ, тегеһе өндәшмәне лә. Какуй өндәшеү, ишетмәне. Боролоп та ҡараманы. Йә инде, бынауы бошмаҫ быҙауҙы нисә йыл ир итеп тотоуын әйт. Туҡта, ҡабаланма, хәҙер күрмәгәнеңде күрһәтермен.
Мәрзиә Барыйҙың ҡаршыһына килеп ултырҙы. Ире һөйәк кимерә ине, мөһим эш менән шөғөлләнәм, ҡамасаулайһың, тигән һымаҡ, күҙ һирпеп алды.
– Нимә кәрәк?
Мәрзиә баҙап ҡалды, туҡта әле уға нимә кәрәк әле:
– Кәрәкмәй...
– Кәрәкмәһә, тыңла! – тине Барый. – Әле генә Илхат ҡәйнешең шылтыратты.
– Уға, нимә кәрәк?
– Ул хужа, тимәк, уға бөтөһе лә кәрәк. Ҡәйнешең һыуынған, кире уйлап ултыра. Ҡалғанын дүшәмде көнө һөйләшербеҙ, ти. Белмәйем, нимәләр һөйләп ҡотон осорғанһыңдыр. Килеп тотлоға, нимә әйтергә теләгәнен саҡ төшөндөрҙө. Кеше ҡурҡытырға булһа һине генә ебәрәрегә кәрәк икән. Хатта күҫәк тә кәрәкмәй, үҙеңде алдан атлатырға ғына булһын.
– Ниңә, мин шулай ҡурҡынысмы? – ни.
– Әллә тағы, эргәңдә нисәмә йыл ятам, бығаса ҡурҡҡаным булманы.
– Ә хәҙер бында тыңла! – тине Мәрзиә ҡаты итеп. – Уйын-көлкө бөттө. Мин һинән айырылырға булдым. Айырылышайыҡ.
– Бына һиңә иҫке ауыҙҙан, яңы хәбәр. Айырыл, аръяғына кит, бер ҡаршылығым да юҡ. Тик ҡара уны мин үҙем айырылышыуға ҡаршы.
– Ниңә ҡаршы. Минең риза булыуым етмәгәнме ни.
– Әлбиттә, етмәй, судта минең ризалыҡты ла һораясаҡтар. Так что юҡҡа сәбәләнәһең.
– Етәр! Мине нисә йыл ҡол урынына тотаһың.
– Әле һинең ҡолдарҙы күргәнең юҡ...
– Бына, әйт, һин ниңә мине айырып ебәрәргә теләмәйһең?
– Бындай алйот уй минең башыма ла кереп сыҡҡаны юҡ. Ҡара әле, мин ниңә айырылырға тейеш. Үҙең уйла, һин тәмле бешерәһең, өҫ-башымды ҡарайһың, өйөң һәр ваҡыт тәртиптә, һәр әйберең урынында. Һин киткәс, мине кем ашата, кем кейендерә, кем донъямды ҡарай. Юҡ, юҡ, уйлама ла.
– Эйе, күңелем һиҙгәйне, һиңә хеҙмәтсе йә минең кеүек ҡол кәрәк. Бөттө ундай заман, хәҙер мин үҙем өсөн йәшәргә теләйем.
– Йәшә, һине кем тыя. Кейем кәрәкме, һатып ал. Һыу ингең киләме, сисен дә һыуға һикер. Ҡара әле, Мәрзиә, күптән ҡаҙ ите ашаған юҡ, теге ваҡыт туңдырғысты асҡайным, дүрт-биш түшкә күренә ине. Берәйһең турап һалмайһыңмы?
– Ашағың килһә, бешерәһең дә ашайһың! – тине Мәрҙиә, ысынлап та күптән ҡаҙ бото кимергәндәре юҡ. Әллә бер-ике көнгә кисектереп торорғамы икән, Хужаһы ла дүшәмбе һөйләшәйек тигән бит әле. Иҫенә төшкән, ҡалырға өгөтләр инде. Юҡ, хәҙер ҡалыу тураһында оноторға кәрәк. Ә быныһы нимә эшләй, ит кимерә һәм аш һемерә икән.
– Йә, кәләш, ҡаҙ бөгөн кис буламы юҡмы?
– Әйттем бит, булмай, ҡаҙ түшкәләре осто инде.
– Кем алып китте? – тине ире тороп, туңдырғыс һандыҡты асып ҡараны. – О-о-о, былар осоп бөткән бит. Ҡайҙа ҡуйҙың?
– Район һабантуйынан һуң Вәкил кергәйне бит, әсәй ашарыбыҙға ит юҡ, тип тейәп алды.
– Шуларҙы ас ҡалдырырға йөрөйһөң икән. Беҙ айырылышҡас, уларҙың ике балаһын кем ашатыр, һыуһаһалар кем һыу эсерер икән. Ҡуй, әбей, ҡуй, башымды ҡатырма, былай ҙа мәшәҡәт күп.
Ә мин ниңә ғүмер буйы балаларҙы ҡарарға тейеш әле? Ауырып йығылһа, Мәрзиәнең үҙен кем ҡарар, уның балаларын кем ашатыр?
– Йә, әйт, Барый, һин ниңә мине ебәрергә теләмәйһең?
– Уф, бынауы, вис кенә һөйләтеп бөтә инде. Мин һине яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым, ғөмүмән, мин һинһеҙ тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым. Мин һинһеҙ нуль, мин юҡ. Анауы Рәсим һымаҡ, бомж хәлендә ҡалып, бер һыныҡ икмәккә, бер йотом һыуға зар-интизар булып йөрөйәсәкмен. Һин шуны теләйһеңме?
Мәрзиә ире иҫкә алған Рәсимде күҙе алдына килтерҙе. Эйе шул, бахыр ғына, йә иҫерек, йә ас. Бер көн ҡаршыһына сыҡты. Еңгәм ашатып ебәр, бер аҙна аш күргәнем юҡ, – ти.
– Йә шуны теләйһеңме, айырылаһыңмы?
– Әллә инде, башым ҡатҡан, нимә эшләһәм дә, хаталанырмын һымаҡ. Һин ысынлап та, минән башҡа йәшәй алмайым, тиһеңме? Ниңә, ашарға бешерә торғайның, өҫ-башыңды ла үҙең йыуҙың. Ҡаҙ йолҡҡанда ла ярҙам иттең.
– Эш ҡаҙ йолҡоуҙамы ни, унһыҙ ҙа йәшәп була. Һин мине ҡалдырып китһәң, мин кем менән йоҡлайым? Шул турала уйлағаның бармы? Юҡ, һине ебәрәһем юҡ.
Төрлөсә уйлап ҡараны Мәрзиә. Ҡайһылай мәшәҡәтле эш булып сыҡты быныһы. Үҙе айырылырға йөрөй, үҙе нимә эшләргә белмәй. Бәлки, бер-ике аҙа айырым йәшәп ҡарарға кәрәктер. Барый бында ҡалыр, Мәрзиә ҡалалағы улы менән килене эргәһенә һыйыр әле. Әле улар баҡсала, фатирҙары буш, шунда йәшәп торор. Ҡала ҙур, эше лә табылыр, Улмы инде, эшһеҙ һәм ашһыҙ ултыра торған кеше. Ана магазинда һаҡсы кәрәк икән. Иртәнге һигеҙҙән киске унға тиклем, ун дүрт сәғәт. Эйе күберәк, уның ҡарауы мең ярым аҡса тоттороп ебәрәләр икән. Бер аҙ ултырғас ҡатын ыңғайлағандай итте:
– Ярай Барый, аптырағандан ғына әйткән булғайным, бөгөн көнө лә тиҫкәре башланды, анау быҙау инәһен имгән, килеүемә Илхат саҡырып тора. Мин һеҙгә ят кеше түгел, әйҙә, былай тип һөйләшәйек.
Дауамы бар.

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: