Бер ваҡыт уға бәхет йылмайғандай итә – трубкала бәләкәй ҡыҙҙың тауышы ишетелә.
– Алло!
– Һаумы, бәләкәсем! Мин һинең әсәйеңдең дуҫы! – тип ҡыуана-ҡыуана үҙе менән таныштырған бур. – Ул өйҙәме?
– Юҡ, әсәйем китте. Ул кискә генә ҡайта.
– Ә атайың?
– Ул да эштә.
– Ә һин өйҙә үҙең генәме?
– Юҡ, Рома менән.
– Ромаға ни йәш?
– Биш.
Бур тәүәккәлләргә булған. Ике бала ҡамасау түгел, берәй нисек алдар әле. Ошо уйҙар менән таныш йортҡа елдергән. Ишекте һигеҙ йәштәр самаһындағы ҡыҙ асҡан. Бур йөҙөнә йылмайыу ишараты йәбештергән, үҙен әсәһенең дуҫы тигән, йәнәһе, мин һиңә шылтыраттым, тип фатирға ингән.
– Ә Рома ҡайҙа? – тип һораған ҡыҙҙан. Икеһен дә ванна бүлмәһенә бикләйем, тип план ҡорған бит ул үҙенсә.
– Рома! Рома, миңә! – ҡыҙ артына боролоп ҡысҡырған.
Уның саҡырыуына бүлмәнән... олоғара аҡ алабай килеп сыҡҡан...
Артабан ни булғаны – ҡурҡыныс фильмдар өсөн сценарий.
Бур дауаханала күҙҙәрен асҡас (уға ҡотороуға ҡаршы укол ҡаҙағандар), эттең исеме Рамзес икәнен белгән. Бына һиңә биш йәшлек Рома...