+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
7 Август 2021, 22:30

АҠЫЛҒА УЛТЫРТЫУ

Ике дуҫ, Марат менән Морат, эш буйынса машинала күрше ауылға барып  сыҡты. Эште оҙаҡҡа һуҙмай ғына "һә"тигәнсе теүәлләнеләр. Ҡунаҡ килгәс, дуҫтары буш ҡайтарып ебәрәме? Һыйланылар. Ап-аруҡ булып былар ҡайтырға сыҡты. Күңел күтәренке. Руль артында Марат. Морат йырлап ебәрҙе: – Ир-егеткәй менән ат башы... Туҡтанылар. Яйлап ҡына ҡар яуа башланы.

АҠЫЛҒА УЛТЫРТЫУ
АҠЫЛҒА УЛТЫРТЫУ

– Ҡалай матур кис, – тине Морат.

– Һауаһы һуң! Тын алыуҙары еңел, –  тип шатланды Марат.

–Тимер сана юл яра... – Морат йырын һуҙҙы.

– Матур йырлайһың, –  тип ҡуйҙы Марат.

Морат йырлап бөткәс, тирә-яҡҡа тағы бер килке һоҡланып торҙолар.

– Марат, ишетәһеңме? – ҡапыл һораны йырсы.

– Нимәне?

– Әтәс тауышын.

– Әтәс тауышын?

– Әле генә әтәс ҡысҡырҙы бит. Тоноҡ ҡына, йыраҡтан ғына кеүек булып  ишетелде.

– Юҡсы. Ҡышҡы урманда ниндәй әтәс ҡысҡырып йөрөһөн!

– Эйе шул, – тип килеште Морат. – Ләкин мин ишеттем бит.

– Ҡолағың яңылышҡандыр.

Моратҡа килешергә тура килде. Бер аҙҙан ул кәкүк тауышын ишетте.

– Кәк-күк! Кәк-күк!

Өндәшмәҫкә уйлағайны ла, ләкин булдыра алманы.

– Марат, ишеттеңме? Хәҙер кәкүк саҡырҙы.

– Кәкүк саҡырҙы, тиһеңме?

– Эйе.

– Бына һиңә кәрәкһә. Хи-хи-хи. Ҡар яуып торғанда ниндәй кәкүк саҡырып йөрөһөн.

Морат тамам аптыраны: ул ишетә, ә Марат юҡ.

– Был ни хикмәт икән?

– Мужыт, һин "белый горячка"ға әйләнеп бараһыңдыр, эсеп йөрөй торғас? – Шулаймы икән ни?

– Беләһең дә, уның менән ауырыһаң, күҙгә теләһә нәмә күренә, тиҙәр. Морат ҡурҡыуға төштө. Хатта теҙ быуындары тотмай башланы.

– Миңә ни эшләргә икән? – тине ул ҡалтыранған тауыш менән. – Әйҙә, тиҙерәк балнисҡа, пока һуң булмаҫ борон.

– Төнгә ҡарай ауылда ниндәй балнис эшләһен?

– Ошонан ҡотолор булһам, ауыҙыма ла алмаясаҡмын шайтан һыуын. Тоҡандыр, тоҡандыр машинаңды. Ысҡынайыҡ был шайтан ояһынан.

Марат Моратҡа еҙнәһе менән апаһы әтәс менән кәкүк булып ҡысҡыра торған сит ил ҡул сәғәте бүләк иткәндәрен әйтеп торманы. Ундай сәғәтте күреү түгел, хатта барлығы тураһында ишеткәндәре  юҡ ине әле.

Автор:Сәлих ВАҺАПОВ.
Читайте нас: