+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
2 Сентябрь 2021, 21:37

ҠУЯН КҮСТӘНӘСЕ Юмореска

Улы Алик ҡуян алып ҡайтҡас, Зәкигә тағы бер мәшәҡәт өҫтәлде. Ҡуян тигәнеңә гел генә ни ҙә булһа кетерләтеп торорға кәрәк. Ә иң яратҡаны бесән, имеш. Тик уны ҡалала ҡайҙан алаһың? Уйлай торғас, яйын тапты Зәки: ҡултыҡ аҫтына рюкзак ҡыҫтырҙы ла ауылда ферма мөдире булып эшләгән дуҫы Гәрәйҙәргә бесәнгә китте. Сәй эсеп ултырғанда йомошон әйткәс, Гәрәй: – Һи-и-и, шуны ла һорап тораһың... Ана, аҙбар тулы бесән, тоҡ менән генә түгел, хет йөгө менән ал! – тине һәм үҙе эшкә китте.

ҠУЯН КҮСТӘНӘСЕ Юмореска
ҠУЯН КҮСТӘНӘСЕ Юмореска

Зәки, бесән тултырылған рюкзагын елкәһенә аҫҡас, дуҫыма рәхмәт әйтәйем, тип ферма яғына ыңғайланы.

Аяҡ аҫтында күңелле итеп ҡар шығырҙай, әйтерһең дә, Аликтың ҡуяны кетерләтеп бесән ашай. “Эх, бесәне лә бесәне! Еҫкәйҙәре танауҙы ҡытыҡлай прәме. Был колхоздың сабынлығы һәйбәт, күрәһең, малҡайҙар рәхәтләнәлер инде”, – тип уйлай Зәки.

Фермаға килеп еткәс, ул аяҡ аҫтына ҡойолған һаламды итәгенә йыйып аҙапланған бер ҡатындан Гәрәйҙе һораны. Ҡыйшайған ҡаралтылар яғына ымлап:

– Шундалыр, – тине тегеһе.

Рюкзак аҫҡан Зәки аҙбарға керҙе. Утлыҡсаларға бәйләп ҡуйылған һыйырҙар баштарын эйгән. “Бигерәк ябыҡтар, мәхлүктәр, – тип уйланы Зәки, рюкзагын яйлай-яйлай. – Тире лә һөйәк кенә”.

Ул да түгел, сылбыр менән эләктереп ҡуйылған үгеҙ, башын өҫкә сөйөп, мышнай-мышнай һауаны еҫкәне лә Зәкигә ҡарап үкереп ебәрҙе. Ферма яңғырап китте. Һыйырҙар ҙа, бауҙарын өҙөргә теләп, баштарын һелкә-һелкә мөңрәшә башланы.

...Фермала мәхшәр ҡупты. Теге баштан Гәрәй, ниҙер аңлатырға теләп, Зәкигә ҡул һелтәй, ә рюкзаклы ҡунаҡ, ҡурҡыуҙан дер ҡалтырап, телдән яҙған.

Бына үгеҙ сынйырын өҙҙө лә Зәкигә ташланды. Уныһы нимә эшләргә белмәй унда-бында һуғылғыланы ла, ахырҙа, туп-тура автобус туҡталышына елдерҙе. “Ҡала кешеһен яратмай, күрәһең, ҡыуа бит!” – тип һөйләнде ул. Ә яман мөңрәгән ярһыу үгеҙ туҡтарға уйламай ҙа – Зәкиҙең артынан саба. Унан саҡ ҡына ҡалышып, ҡулына һәнәк тотҡан Гәрәй йүгерә. Үҙе ниҙер ҡысҡыра, ләкин ҡала ҡунағы уның һүҙҙәрен аңларлыҡ хәлдә түгел. Ул:

– Ҡуяны ни бысағыма кәрәк булған?! Ауылға ла ҡайтмаҫ инем, – тип һулҡылдай-һулҡылдай ауыл урамы буйлап елдерә. Шашҡан үгеҙҙең мышнаған тауышы инде бигерәк тә яҡынайҙы. Зәки артына әйләнеп ҡарарға ла ҡурҡа: “Нимәм генә оҡшаманы икән был хайуанға?!”

Уның хәле бөттө. Колхоз идараһынан йүгереп сыҡҡан рәйес менән зоотехник:

– Йәмәғәт! Нимә ҡарап тораһығыҙ?! Кешене күрәләтә харап иттерәһегеҙ бит! Тотоғоҙ! – тип оран һалып, һөжүм итеүсе үгеҙ ҡаршыһына сыҡҡас ҡына, уға бер аҙ көс өҫтәлде.

Ләкин ҡойроҡ сәнсеп сапҡан үгеҙ туҡтарға  уйламаны. Ул бына хәҙер... бына хәҙер Зәкиҙең үксәһенә баҫа... Өлгөрә алманы. Күҙе шар булған Зәки, уҡтай атылып, автобустың ишегенән кереп китте, ә ҡуяндарға күстәнәс һалынған рюкзак һыйманы, ҡулбашынан һыҙырылып төшөп ҡалды. Ә үгеҙ, автобус янында аунап ятҡан ҡапсыҡты осло мөгөҙҙәренә эләктерҙе лә, маҡсатына ирешкәндәй, ферма яғына кире боролдо.

Автор:Ғ. ҒАТАУЛЛИН.
Читайте нас: