-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
7 Сентябрь 2021, 10:47

ҮҘҠАМАУ Юмореска

Карантин иғлан иттеләр бит инде, беләһегеҙ. Ни эшләмәк кәрәк был үҙҡамауҙа? Дүрт стенала бикле ултырып булмай бит инде! Киттем ауылға. Барһам, ауылда ни һабантуй үткәреп яталар. Вирусы – вирус, һабантуйһыҙ ҙа ҡалып булмай ҙа инде. Ат сабышы, көрәш, шашлык-машлык булған ерҙә вирус йөрөп ятмай бит инде, шулай бит? Етмәһә, һабантуйҙа шул бер район кешеләре генә, ауырыу алып килер ситтәр юҡ.

ҮҘҠАМАУ Юмореска
ҮҘҠАМАУ Юмореска

Карантин иғлан иттеләр бит инде, беләһегеҙ.

Ни эшләмәк кәрәк был үҙҡамауҙа? Дүрт стенала бикле ултырып булмай бит инде! Киттем ауылға. Барһам, ауылда ни һабантуй үткәреп яталар. Вирусы – вирус, һабантуйһыҙ ҙа ҡалып булмай ҙа инде. Ат сабышы, көрәш, шашлык-машлык булған ерҙә вирус йөрөп ятмай бит инде, шулай бит? Етмәһә, һабантуйҙа шул бер район кешеләре генә, ауырыу алып килер ситтәр юҡ.

 

Унан туйға саҡырҙылар. Өйҙә һөйләштек тә, ысынлап, карантин тип туғаныңдың туйына ла бармай ҡалмайһың инде. Киттек. Унда ике йөҙләп кеше йыйылған. Хәтәр күңелле булды!  Туй барған ерҙә кемдер вирус менән йөрөмәй бит инде, шулай ҙа инде! Туғаныңдың туйында, етмәһә.

 

Аҙна аҙағына зубокка саҡырҙылар. Дуҫтарҙың бәпестәрен йыуҙыҡ. Карантин тип бәпес ҡотламай тороп булмаҫ. Барып, тояҡтарын йыуа-йыуа, бәпестәрен һөйә-һөйә ҡунаҡ булып ҡайттыҡ. Дуҫтар күп бит беҙҙең. Бер утыҙлап ҡына йыйылдыҡ. Яңы тыуған бәпес янына кем вирус алып килһен инде, шулай ҙа һаң?

 

Бер мәл класташтар йыйылайыҡ, осрашыу үткәрәйек, ошо буш мәлде файҙаланып ҡалайыҡ, тиҙәр. Дөрөҫ әйтәләр, әй! Йыйылмай һуң! Ун йыллап йыйылған юҡ бит инде. Осраштыҡ! Алтмышыбыҙ ҙа килде осрашыуға. Хәтирәләр менән бүлешеп, бала саҡты иҫләп, таң атҡансы ултырҙыҡ. Класташтар араһында ниндәй вирус булһын инде? Кем класташына вирус әпкилеп йоҡторһон, шулай же?

 

Элекке көн директорым өндәшә: юбилейыма саҡырам, ти. Нисек итеп директорҙың юбилейына бармайһың инде?  Барам, әлбиттә. Иң шәп бүләкте алып тороп барып, ҡатын менән бөгөлә-һығыла ҡотлап, ашап-эсеп ҡайттыҡ. Юбилейы хәтәр булды, оло зал тулы халыҡ булды. Ул әртистәре, ул һыйлаусылары, ул тамадалары – гөрләп торҙо! Шундай хәтәр байрамда ниндәй вирус булырға мөмкин? Унда бит ҡаланың бөтә элитаһы йыйылған.

 

Әле бына яңылыҡтарҙы ҡарайым да аптырайым: вирустан әллә күпме кеше ауырый, әллә күпмеһе вафат булған тиҙәрсе. Ул вирусты ҡайҙа йоҡторалар икән? Карантинда ултырабыҙ, маска кейәбеҙ, дистанцион эшләйбеҙ...  Ни эшләп кенә һаҡланмайҙар икән? Әлдә генә беҙ улай аңһыҙ түгел! Беҙ бит үҙ кешеләребеҙ менән генә күрешәбеҙ. Бына хәҙер сауҙа үҙәгенә барып йөрөп киләбеҙ, ҡатынға итек алырға кәрәк. Сауҙа үҙәгенә кем вируслы көйө килһен инде, шулай бит? Беҙ бит бер ҡала халҡы, бер-беребеҙгә ауырыу йоҡтороп йөрөмәбеҙ инде.

Хайран бит, кем тарата, кем йоҡтора шул вирусты? Ә беҙҙә – карантин.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Һ. УСМАНОВА
Читайте нас: