Армияла саҡта, беҙҙең взводтағы әзербайжан егетен һалдат ашханаһына шеф повар итеп тәғәйенләнеләр. Башланды бит беҙҙең өсөн ожмах. Киске ашҡа барыуға Мамед ашамлыҡтар тултырылған ҡапсыҡ әҙерләп ҡуя. Берәй йәш һалдат ҡапсыҡты "точкаға" тотоп ҡайта. "Точкала" ( точка – радиостанциялар урынлашҡан урын сәнескеле тимер сымдар менән кәртәләнгән. 4 радиотелеграфист шунда йәшәй, ) кис һайын тиерлек һалдат мәжлесе ойошторабыҙ – йә кәртүк ҡурабыҙ, йә башҡа тәмле аҙыҡ бешерәбеҙ. Иң оҡшағаны, әлбиттә, шешлек. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр ул ризыҡты шунда тәмләргә тура килде.
Шешлек шул хәтлем оҡшап ҡалды, армиянан ҡайтҡас өйҙәгеләрҙе лә ят тәғәм менән һыйларға булдым. Итте тыштан индереп, яҙа-йоҙа иреткәс, бысаҡ менән иреп тә бөтмәгән ерҙәрен "кимереп" алдым. Телефон сымынан шампурҙар эшләп, ит киҫәктәрен шунда теҙҙем. Ике кирбес араһына яҡҡан утым ҡыҙып яна башлағас, итле шампурҙарымды кирбес өҫтөнә ҡуйҙым. Бер туҡтауһыҙ әйләндереп торһам да, итем бешмәй, көйөп бөттө. Иртәгәһен тағы ла ҡурып маташтым, был юлы ут ҡуҙланғас ҡана шампурҙарҙы ҡуйҙым. Юҡ, тағы ла шул уҡ хәл, иттәрем көйөп бөттө. Бер тотонғас, ҡуймайым, егет һүҙе бер була, шешлек ашатам, тип әйткәс, нисектә эшләргә тырышам. Өсөнсө көнө итте матурлап иреттем. Ут ҡуҙланғас ҡына шешетәремде теҙҙем. Иҫкә төштө, Мамед ниндәйҙер шыйыҡса һипкеләп тора ине. Уныһы уксус булғандыр, сөнки ашағанда уксус тәме сығып китә ине бит, тип иҫләп, шешетәремә уксус һипкеләп, бер туҡтауһыҙ әйләндереп торам. Күпме генә тырышһам да, һөҙөмтә шул уҡ булды – иттең тышы янды, ә эсе бешмәне. Һәм шул урында мине тыйҙылар ҙа, тотош һуғымды эксперименттарға ебәртеп ҡуймайҙар бит инде. Моғайын майлы сусҡа итенән генә эшләйҙәрҙер ул шешелек тигәнен, тигән ҡарарға килдем ахырҙа. Шулай итеп Мамед дуҫымдың ризығын бешереп ашарға хәлдән килмәне ул саҡта. Ә иттең алдан маринадланып әҙерләнгән икәнен кем белгән? Хәҙер билдәле лә ул, шешлек тип ауыҙ һыуы ҡоромай.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"