+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
9 Сентябрь 2021, 11:27

ЙӘШЕЛСӘ БАҠСАҺЫ Юмореска

Гөлмира әхирәтенең баҡсаһындағы рәт-рәт булып теҙелешкән түтәлдәргә бер килке ҡарап-текәлеп торҙо. Хайран булып торҙо. Һүрәт һымаҡ ине баҡса. Өс рәттән бер тигеҙ түтәлдәр, уларҙан ары емеш ҡыуаҡтары, хатта виноградҡа тиклем бар. Ә сәскәләре?! Күҙҙең яуын алып, эреле-ваҡлы, аллы-гөллө булып баҙырашалар. Йәшелсә түгел, ә ожмах баҡсаһылыр был.

ЙӘШЕЛСӘ БАҠСАҺЫ Юмореска
ЙӘШЕЛСӘ БАҠСАҺЫ Юмореска

Әммә Гөлмира беренсе тәьҫораттарынан арынды. Үҙендә булмағанды башҡаларҙа хуплап тора алмай бит инде. Ундай кеше түгел. Әхирәт итеп ҡатышҡан Әсмәлә лә үҙенән яҡшыраҡты маҡтамаясаҡ ул. Шуға, сырайындағы аптырау ғәләмәтен йәшереп, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе:

– Ҡайһы хәтлем ерҙе әрәм иткән булған. Ихатаңда иркенләп йөрөрлөк урын да ҡалмаған икән.

Әсмә яратҡан шөғөлөн яҡлашмаҡсы булды:

– Ҡый үҫеп буш ятҡансы, исмаһам, ҡыш буйы ашарлыҡ аҙыҡ була. Ҡайнатмаларымды күстәнәскә алып йөрөйөм, тоҙло-борослоһон өҫтәлдән өҙмәйем, укроп-маҙарына тиклем туңдырып алам, ҡыш сығарһаң өйгә хуш еҫ таралып китә...

– Эй, минең ир шундайҙы яратмай ул. Аштың тәмен боҙоп, ти ҙә тора. Шуға мин баҡса тип иҫем китмәй.

– Ә-ә-ә... – тип кенә ҡуйҙы был дәлилгә Әсмә һәм әйҙәләп әхирәтен өйгә саҡырҙы.

 

Гөлмира хәбәр һатҡан арала Әсмә йәшелсә ашын йылытты, ҡыяр-помидор-боросон турап салат әтмәләне, еңелсә генә тоҙланған ҡыярын ҡырҡты, әллә нисә төр ҡайнатмаһын теҙҙе.

– Ҡыһыр һурпа, әхирәт, йәйге ризыҡ, – тип ҡунағына тәрилкәһен шылдырҙы хужабикә, – йә, барынан хуш ит.

– Әллә, мин йәшелсә ашын ашармын микән ни? – тип ризаһыҙ мығырлағайны ла, Әсмә унда ҙур ҡалаҡ менән ҡаймаҡ һалып, өҫтөнә мул ғына итеп һуған менән укроп ҡушылмаһын һипте. Былай ҙа татлы еҫ таратып ултырған ризыҡ хәҙер инде бер ресторан тәғәмендәй булып китте.

– Ыста! – беренсе ҡалаҡтан был һүҙе ысҡынды Гөлмираның, әммә шундуҡ телен тешләне. Бик оҡшаһа ла, тәрилкәһен бушатып, төбөн күтәреп эсеп ҡуйһа ла, маҡтаманы. Артабан, баянан бирле ымһындырып ятҡан тоҙло ҡыярҙы ла алып һурҙы, тел төбө тоҙлоно танһыҡлап тора ла инде. Бынау помидор-ҡыяры ла магазиндағы кеүек резинкәләй ҡаты түгел. Йыуып алып килеп өйөп һалған еләк, сейә, ҡарағат емештәре лә ауыҙҙа иреп кенә торғандай. Рәхәтләнеп туйынып ултырҙы, үҙе һаман һөйләнде:

– Минең ир емеш-еләккә йөрөгәнде лә яратмай ул. Кәнфит-шәкәр алырлыҡ аҡсаны эшләйем мин, емеш тип бөксәнләп йөрөмә, тип кенә ебәрә. Бына бит һинең, әхирәт, йәй буйы баҡсала соҡоноп ҡулдарың крәҫтиәндеке һымаҡ булып бөткән, үҙең негрҙай янғанһың.

– Миҙгелендә шулайыраҡ булып китә инде... Ярай, ике-өс ай маникюрһыҙ йөрөгәндән әллә нимә юғалтмайым, ә бына ғаиләмде йәшелсәһеҙ ҡалдырһам, ҡыш буйына витаминһыҙ итәм.

– Ҡуйсы ла инде! Ул витамин аптекалар тулы хәҙер.

Әсмә Гөлмира менән бәхәсләшеүҙең фәтеүәһеҙ икәнлеген белә, һүҙҙе йәһәтләп икенсегә борҙо:

– Һин, давай, алған әйберҙәреңде күрһәт әле...

 

Арыуыҡ ултырҙылар. Гөлмираны ире килеп алырға тейеш ине, ҡойма аръяғында машина сигнал бирҙе. Ҡатындар ҡаршы сыҡты. Уларҙы ҡапҡа төбөндә сәләмләгән ир, эскә бер генә ҡараш һирпте лә, әхирәттәрҙе этә биреп тигәндәй эскә килеп инде:

– О-оо! Ниндәй баҡса! Әсмә, был һинең хеҙмәтме?

Уңайһыҙлана төшкән Әсмә баш ҡаҡты:

– Минеке инде...

Ир өйөрөлөп йөрөп тирә-яҡты баҡты:

– Иҫ киткес! Вәт, маладис! Күпме байлыҡ бында! Ҡулдарың алтын икән...

Әсмә Гөлмираға күҙ һирпте, уныһы көйөп китте:

– Әйҙә, йә, нимәһен кеше ихатаһында алаҡандайың? Сыҡтыҡ!

Ире һаман үҙенекен һөйләне:

– Баҡса ултыртайыҡ, тип күпме әйтәм һиңә лә. Эштән һуң мин дә ярҙам итер инем әле, ә һин көнө буйына буш тигәндәй. Әхирәтең дә өйрәтер ине, шулай бит?

– Эйе инде... – тигән булды хужабикә был хәлдә үҙен ғәйепле тойғандай юғалып ҡалып.

– Йә, ҡабаланам и так! – Гөлмира ҡапҡа аръяғына сығып уҡ китте.

Ә ире эйелеп һуған өҙөп алды ла еҫкәп торҙо:

– Их, еҫе һуң! Әсмә, мөмкинме бер ус ҡына алам, икмәккә ҡушып ашағым килә йәш һуғанды. Бала саҡтағы кеүек.

– Әлбиттә-әлбиттә! Теләгәнеңде өҙөп ал...

 

Ҡунаҡтарын оҙатып ебәргәс, ҡапҡаһын япты ла, гөрләп ултырған йәшелсә баҡсаһына яратып ҡарап тора-тороп, шаяртып бармаҡ янап ҡуйҙы Әсмә. Кемделер уҡытты бит был баҡса бөгөн. Уҡытты!

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: