-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
10 Сентябрь 2021, 07:00

КҮСТӘНӘС Юмореска

Файзаның ҡарағаты уңманы быйыл. Ҡыуағында уҡ кибеп-ҡатып бөттө. Шулай ҙа йыйып алды хужабикә уларҙы, хатта ҡайнатма ла ҡайнатты әле. Әллә нисә банка сыҡты. Ваҡ ҡына ҡатыраҡ емештәрҙән шыйыҡ һәм ғәҙәттән тыш эсе вәринйә килеп сыҡты. Тәмләп-тәмләп ҡараны ла, йөҙөн сирып тора биргәс, ярай, ҡалалағыларға күстәнскә бирер ҙә ебәрермен, улар нимә аңлай ул, тип, банка ҡапҡастарына аҡ буяҡ тәре билге һалып тороп ултыртып ҡуйҙы.

КҮСТӘНӘС Юмореска
КҮСТӘНӘС Юмореска

Көҙ аҙағындараҡ ҡалалағы туған-тыумаса ит эҙләп ауылға килеп тулды. Итен дә һатты һәм ҡунаҡсыллығын күрһәтә булып, күстәнәсен дә сығарып тотторҙо. Тегеләре “ах та вах” килеп алды, рәхмәттәрен яуҙырҙы. Шулай итеп теге аҡ тәреле банкалар таралышып китеп бөттө.

Яҙға ҡалаға бер бығаса ҡатышмаған туғандары ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡусты тейеш кешенең ҡатынының юбилейы икән. Барҙылар, ҡотланылар, ултырҙылар һәм ҡайтырға сыҡҡанда хужабикә пакет эсендә һәлмәк кенә күстәнәс тотторҙо. Ҡайтҡас “ҡана күстәнәстәр менән сәй эсәйек әле” тип төргәкте яҙып ебәрһә – аҡ тәреле таныш банканы күреп аптырап китте. Ышанмай, асып тәмләп ҡараны – үҙенеке. Әселеге үтте һытып алып бара! Тик нисек итеп уның ҡайнатмаһы был ҡатышмаған туғанына барып сыҡҡан һуң? Әһә... үткәндә ошо вәринйәне биреп ебәргән ҡайынбикәһе шул еңгәнең бикәсенә ҡунаҡҡа барғайны... унан шул бикәсе еңгәһенең әсәһенә – ҡоҙағыйына барҙы... Ҡоҙағыйы, һаран ҡортҡа, ана, ҡунаҡтарыңа һалырың, тип, ҡыҙына тотторҙо инде... Вәт, һыҡмыр ҡала ҡомаҡтары, ә?

Ҡапыл ғына көйөп алды алыуын Файза, әммә артыҡ бошонманы. Әле килеүселәр булыр әле, күстәнәсе лә кәрәк булыр...

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: